Сираттағы кесаҙна. Был көндө, ғәҙәттә, баҡыйлыҡҡа күскән туғандарыма хәйер бирәм. Ләкин... — 4 сентября 2026 г. в 11:20:18.277
Сираттағы кесаҙна. Был көндө, ғәҙәттә, баҡыйлыҡҡа күскән туғандарыма хәйер бирәм. Ләкин был юлы тыуған ауылымдан ситтә булыуым сәбәпле, ҙур сауҙа йорто тупһаһында балаһын ҡосаҡлап ултырған бер ҡатынды ҡыуандырырға булып, алдына аҡса һалдым. Йөҙәрлектәрҙе күреп, ул башын күтәреп ҡараны ла, әрүәхтәрең өсөн доға ҡылырмын, исемдәрен әйт, тине. Әйтеп сыҡтым. Ул миңә хәйер өмөт иткән тағы ла берәүең бар бит, ти. Белгәндәремдең бөтәһен дә атап сыҡтым. Ләкин ул юҡ, тағы ла берәү бар, ул һеҙҙән хәйер һорай, ти. Аптырауға ҡалдым. Үҙенән алда балаларын, ирен ерләгән, һеҙҙән башҡа уның бер туғаны ла ҡалмаған тине. Шунда ғына иҫемә төштө. Фәриҙә инәй!.. Сыбыҡ осо туған шул. Исемен әйтеп, уның фиғелен һүрәтләп биреүемә, эйе, тап шул тине. “Уның алдында бөтә ишектәр ҙә ябыҡ, йәне тыныслыҡ тапмай, үрһәләнә. Ҡылған гонаһтары өсөн уға шундай яза бирелгән. Ҡорбан салдырып, аят бағышлатып, хәлен еңеләйтә алаһығыҙ...” - тип ҡуйҙы. Фәриҙә инәй... Күпме кешене зар илатҡан, шул уҡ ваҡытта ярҙам иткән кеше теге донъяла гонаһтары өсөн яуап тота икән. Күрәһең, ҡылған изгелегенә ҡарағанда, гонаһтары күберәк. Эйе, кешене имләп, дауалап ҡына ҡалманы шул - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-09-14/tyumay-al-an-sabyy-ar-yaza-y-bul-an-h-l-3929186?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk

