Йөҙө менән карауатҡа ҡапланып илаған ҡыҙ иңдәрендә әсәһенең наҙлы ҡулдарын тойҙо. - Ҡыҙ... — 4 сентября 2026 г. в 09:52:04.015
Йөҙө менән карауатҡа ҡапланып илаған ҡыҙ иңдәрендә әсәһенең наҙлы ҡулдарын тойҙо. - Ҡыҙым, һиңә нисек ауыр булғанын аңлайым. Һин бит үҙең, талантың хаҡына, азатлығыңдан баш тарттың. Нисек бар, шулай ҡабул ит, беҙгә һәр саҡ нимәнелер һайларға тура килә. Һин бит беҙҙең нисек борсолғаныбыҙҙы күҙ алдына ла килтермәйһең. Беҙ һине бик яратабыҙ, барыһын да тик һинең өсөн эшләйбеҙ. Бөтә өмөтөбөҙ һиндә генә. Һин дә беҙҙе ағайың кеүек ташларға уйлайһыңмы? - Илназ беҙҙе ташламаны. Ул бары арыған ине. Ямғыр күҙ йәштәрен асфальтҡа түгә. Тирә-йүн нисектер ҡараңғы, көҙгә хас булғанса моңһоу. Ҡала урамында үтеп-һүтеп йөрөүселәр бөтөнләй юҡ тиерлек. Күрәһең, был моңһоулыҡ бер кемдең дә күңел торошона тап килмәй. Еңел машиналар еүеш асфальттағы күләүектәрҙе сәсрәтеп үтеп китә. Шул машиналарҙың береһендә, ҡараңғылатылған тәҙрә артында, болотло күккә, ямғырға сыланған урамға ҡарап йәш егет ултыра. Ниңәлер тәрән һулап ҡуя. Дан бик иртә килде, бәлки, ул быға әҙер булмағандыр? Бәлки, тап ошоноң арҡаһында уның ҡарашы бөгөн моңһоуҙыр? Тыуған ҡалаһының шул тиклем матур булыуын ул ниңә быға тиклем һис тә абайламаған? Ниңә ошо урамдар буйлап ул бер ҡасан да йөрөмәгән? Ҡасан ул үҙ тормошо менән йәшәүҙән туҡтаған? Аҡса, дан, мода тотҡонлоғона нисек килеп эләккән? Ҡасан ҡолға әйләнеп өлгөргән? Иңендә ямғыр тамсыларын тойоп, еүеш асфальтта ялан аяҡ йүгергеһе, тамсыларҙың илаһи ҙа, яғымлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу йырын тыңлағыһы килә ине уның… https://yaikrb.com/news/novosti/2026-09-03/yondo-tel-ge-hik-y-4801042

