Туйыбыҙға ике аҙна ҡалды тигәндә ямғырҙар башланды. Тәүлек әйләнәһенә йә шәбәйеп, йә ты...
Туйыбыҙға ике аҙна ҡалды тигәндә ямғырҙар башланды. Тәүлек әйләнәһенә йә шәбәйеп, йә тыныңҡырап шыптырлап яуып тик тора. Мин көн һайын Яндекспогода һәм Гисметеонан күҙҙе алмайым. Әммә сара юҡ, ямғыр ҙа ямғыр.. "Йә ярай, эрзинкә итегем бар ҙа инде. Борон кешеләр ыжғыр бурандарҙа ла өйләнешкән әле", тип үҙемде йыуатып ҡуям шунан. Уның ҡарауы, ямғырҙар туҡтарға уйламаны ла, шәбәйҙе генә. Туйға бер көн ҡалды тигәндә атайым менән әсәйем иртә менән Магнитогорскийға юлланды. Кәрәк аҙыҡ-түлекте һатып алып, мәжлес үтәсәк кафеға ҡалдырып, кире өйгә әйләнеп ҡайтыу ине маршруттары.. Иртәнге һигеҙҙә сығып киткән атай менән әсәй киске унға саҡ ҡайтып инделәр. Ул көндө мин дә ҡәҙимге кәләштәр һымаҡ әҙерләнергә тейеш инем. Күлдәгемде пар менән үтекләп алдым. Иртәгеһенә таң менән ҡалаға сәс ҡуйҙырырға, макияжға барырға тейеш инем. Барыһы ла килешелгән, һөйләшелгән ине. Атайымдар һаман ҡайтмағас, эсем боша башланы. Туғандар ҙа шылтыратып күңелгә шом һала. Фәҡәт беҙ Асҡарға бара торған трассаны Ҡушый ауылында йыуып алып киткән тип ямғыр.. Шылтыраталар ҙа һорайҙар, туй буламы ла юҡмы, буламы юҡмы. Мин күңелде төшөрмәҫкә тырышып, бар хәлемсә дәртле итеп "Була, әлбиттә" тип яуаплап ултырыш. Өй телефонына тыныслыҡ бөттө. Бер туҡтауһыҙ шылтыратыуҙар. Бөтәһенең дә бер һорау: буламы туй, юҡмы?!. Һауа торошо арҡаһында туйға килә алмайбыҙ, тигән хәбәрҙәр ҙә килә башланы телефон сымы буйлап. Ауылдарҙы һыу баҫа башланы. Йылғалар ярҙарынан сыҡты. Өйҙәр һыу эсендә. Халыҡты Камаз һәм тракторҙар хәүефһеҙ ергә ташый башланы. Ә мин телефон янынан китә алмайым. Инде инәйем шылтыратҡайны, түҙмәнем, аҡырып тигәндәй иланым да ебәрҙем.. Эй илайым, паникаға бирелә башланым. Туйға әҙерләнергә кәрәк, ә минең илауҙан битем шешенгән.. Атайым менән әсәйем ҡайтып инде. Хәлдән тайғандар, кәйефһеҙҙәр, ҡараштары билдәһеҙлеккә төбәлгән. Барыһын да нисек бар, шулай һөйләп бирҙеләр - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-08-01/oyma-yam-yr-a-y-tuy-bul-an-h-l-3870265