Ҡыҙҙарын һоратырға килер көндә Азат та ишек ҡаҡты. Егерме йылға яҡын бергә йәшәгән ирен...
Ҡыҙҙарын һоратырға килер көндә Азат та ишек ҡаҡты. Егерме йылға яҡын бергә йәшәгән ирен байтаҡ ваҡыт күрмәһә лә, һағынғанлығын тойманы Мәүсилә. Күптәнге таныштар, дуҫтар һымаҡ ҡына аралашып, дөйөм мәшәҡәттәр тураһында һөйләшеп киттеләр. – Беҙҙең килен ошо йортта йәшәйме? Һаумыһығыҙ, ҡоҙалар! – тигән көр тауышҡа Мәүсилә ишек яғына әйләнеп ҡараһа, йәшлек йәре Әмирҙең инеп килеүен күрҙе. Бындай күрешеү Әмир өсөн дә көтөлмәгән булды. Икеһе лә тәүҙә юғалып ҡалғандай булһа ла, һиҙҙермәнеләр. Күрше генә ҡалала йәшәгәндәр, быға тиклем бер ҙә күрешмәүҙәренә ғәжәп итте Мәүсилә. Әмирҙең ҡатыны Сәлимә күрер күҙгә бик матур түгел, етмәһә, төҫөнөң ҡасҡанлығы күҙгә ташлана. “Әллә ауырыймы икән?” тигән уй үтте Мәүсиләнең башынан. Төҫө булмауының сәбәбен ул һуңынан ҡунаҡ табыны башланғас ҡына белде. Эске яғына бик йомшаҡ икән ҡоҙағыйҙары. https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-10-06/artay-as-tabyl-an-y-4834879