Был хәл ҡустыларымдың өлкәненә 14 йәш тулған йылда булды... Тышта ноябрь аҙағы, ер туң,...
Был хәл ҡустыларымдың өлкәненә 14 йәш тулған йылда булды... Тышта ноябрь аҙағы, ер туң, әммә ҡар юҡ әле, шуға күрәлер үтә һыуыҡ. Малға төнгөлөккә ашарға һалып, бикләп ингәндән һуң, башҡаса сығып йөрөгө килмәй. Ә ҙур ҡустым өйҙә юҡ, ҡайҙа йөрөйҙөр инде бынау һыуыҡта? Имен йөрөһөн, аҡылһыҙ бала түгел, ҡайтыр тип һеңлем менән күҙ ташлап ҡына аңлашабыҙ, ымлашабыҙ. Әсәй ишетмәһен тибеҙ, хафалағыбыҙ килмәй. Ә әсәйем ауырый... Ҡапыл ғына атайым үлеп киткәне бирле юғары ҡан баҫымы, йөрәк сире менән йонсой. Өҫтәүенә быйыл аяҡ-ҡулы һыҙлап ыҙалата. Бына бөгөн дә фельдшер килеп, уколдар ҡаҙап, дарыуҙар яҙып, кәңәштәрен биреп китте. Киске сәйҙән һуң, ике бәләкәй туғаныбыҙҙы йоҡларға һалғас, һеңлем менән икәүләп әсәйебеҙ янында тыныс ҡына һөйләшеп ултырабыҙ. Әсәйҙең йоҡоһо инәле-сығалы, ойоп ҡына ята кеүек. Төндәр буйы йоҡлай алмай, иртәнсәк ике-өс сәғәт кенә серем итеп, шуға хушһынып йәшәүгә әйләнәсәк ҡалған ғүмере әсәйебеҙҙең. Беҙ ипләп кенә мөңгөр-мөңгөр һөйләшеп ултырып, нимә булғанын абайламай ҙа ҡалдыҡ. Ҡапыл әсәй: “Улым! Улым!” – тип ҡысҡырып, күҙ асып йомғансы һикереп тороп, эске күлдәксән генә көйө атылып өйҙән сығып китте. Беҙ иҫебеҙгә килеп, өҫ, аяҡ кейеме тотоп, йүгерешеп сыҡҡанда, әсәйебеҙ ишек алдында тубыҡланып, бөкләнеп ҡатып ҡалған бер кеше эргәһендә бөтөрөнә ине. Бына ул: ”Улыҡайым тере, тере, Аллаға шөкөр!” – тип һөйлән-һөйләнә, кәм тигәндә 70 килограмм ауырлыҡтағы ҡустымды биленән еңел генә күтәреп, өйгә йүгереп инеп китте. Ҡулын да күтәрә алмай ауырып ятҡан әсәйебеҙ быларҙы шул тиклем етеҙ эшләне, беҙ кейем кейҙереү түгел, һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәнек. Ҡустымды залдың иҙәненә индереп һалды ла: “Тиҙерәк миңә ярҙамлашығыҙ, шкафтан араҡы алып бирегеҙ ҙә, әйҙә ҡустығыҙҙың тәнен ыуышығыҙ. Һин – ҡулдарын, һин – аяҡтарын, үҙем тәнен, башын ыуам”, – тип усына араҡы ҡойоп, ҡустымдың тәнен ыуып башланы. Беҙ һеңлем менән икәүләп аяҡ-ҡул ыуғансы, әсәйем уның арҡаһын, эсен, башын ҡып-ҡыҙыл итеп, ыңғайына әллә ниндәй доғаларын уҡып өшкөрә, беҙҙе етеҙерәк булырға өгөтләп тә өлгөрә ине. Беҙ уның етеҙлегенә, оһоллоғона, оҫталығына һоҡланып, яңы ғына башын да күтәрә алмай ауырып ятҡан кеше ул инеме тип, бер-беребеҙҙән һорап ҡуйҙыҡ. Ниһайәт, тигеҙ генә тын ала башлаған ҡустымды юрғанға урап, диванға мендереп һалырға булдыҡ. Ҡустым көс еткеһеҙ ауыр тойолдо беҙгә, өсәүләп беренсе ынтылыуҙа ғына күтәрә алманыҡ, саҡ мендереп һалдыҡ диванға. Ә әсәйебеҙ уны ҡултыҡ аҫтына ғына ҡыҫтырып тигәндәй осороп алып инде бит өйгә! Ғәжәп хәл! Был хәл булыр алдынан беҙ төпкө йоҡо бүлмәһендә инек, ә ул бүлмәгә бер тауыш та барып етмәй. Иҫе инәле-сығалы ойоп ятҡан әсәйебеҙ нисек ишеткән улының ишек алдына килеп ауғанын? Ниндәй ҡөҙрәтле көс уға балаһы бәләгә осрауын аңғартҡан? Иҫең китер һиҙгер, көслө әсә йөрәгенә! Иртәгәһенә ҡустым һап-һау уянды, хатта сөскөрмәй ҙә ине. Ә бит ул тубыҡланып, һыуыҡтан ҡатҡан ине, аҙ ғына һуңлаһаң... уйлауы ла ҡурҡыныс! Нимә булғанын һөйләп тормай, әсәйҙән, беҙҙән ғәфү үтенде лә, башҡа ундай хәл ҡабатланмаҫ, тип һүҙ бирҙе. ...Әсәйебеҙ беҙҙең һәр беребеҙҙе һәр ваҡыт ҡотҡарып өлгөрөр, көтөлмәгән бәләнән йолоп алыр, әллә ниндәй медицина профессорҙарынан да артығыраҡ ярҙам күрһәтер һәм шәбәйтеп алыр ине. Шул уҡ ҡустым икенсе йыл инде әрмелә хеҙмәт итә, ул Германияға эләкте. Өлкән сержант икән, хеҙмәтендә маҡтайҙар, әсәйемә командирҙарынан рәхмәт хаттары килеп тора. Әммә тормош бит гел беҙ уйлағанса ғына бармай. Әсәйемдең аяғы һыҙлауы көсәйеп, ҡустым әрмегә киткәне бирле атлай алмай диванда ултыра. Уны оҙатҡанда ауырһынып булһа ла йөрөй ине әле. Ә хәҙер ике таяҡҡа таянып, тышҡа йомошона саҡ сығып инә. Шул бәләләр етмәгән, бер көндө иртәнсәк, һау кешене лә аяҡтан йығырлыҡ хәбәр килде: https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-02-12/i-ger-shul-s-y-r-ge-4119187?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=v