Кейәүгә сығыр алдынан һәр бер ҡыҙ уның менән төн уҙғарырға тейеш булған.
Кейәүгә сығыр алдынан һәр бер ҡыҙ уның менән төн уҙғарырға тейеш булған. Элек беҙҙең ерҙәрҙә Петербурҙан килгән Брагин тигән бер яуыз урыҫ байы булған. Уның һалдаттары ла булған. Тегене гел һаҡлап ҡына йөрөйҙәр икән. Брагин аҡ таш ҡаҙҙыртҡан. Халыкты бушлай эшләтеп йонсотҡан. Өҫтәүенә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы мыҫҡыл итеп, халыҡтың йәненә тейгән. Кейәүгә сығыр алдынан һәр бер ҡыҙ Брагин менән төн уҙғарырға тейеш булған. Әгәр риза булмаһалар, ҡыҙҙы ла, егетте лә, ата-әсәләрен дә һәләк иткән. Бер көн ауылдың уҙамандары: - Был Брагиндың осона сығайыҡ, - тип кәңәш итәләр. Унда Әмин, Сураш батырҙар була. Сураш - Әминдең ағаһы. Сураштың яурыны алты сирек була. - Брагин йәкшәмбе һайын Талҡаҫҡа балык аулай бара. Шунда беҙ уны ҡаплайыҡ, - ти Сураш. Былар йыйылышып баралар. Сураш әйтә: - Һеҙ күренмәгеҙ, мин эргәһенә барайым, - ти. Үҙе Брагин эргәһенә килә. - Сураш, ни өсөн килдең? - тип һорай Брагин. - Бына, балыҡ ашай килдем, - тип әйтә Сураш. - Балыҡ ашай килгәс, төш, - ти Брагин быға, - Һин бик үҙгәреп килгәнһең, - ти. Сураш балыҡ ашарға ултырҙы ла усы менән маңлайын һыпырҙы, ти. Шул саҡ эргәһенән генә шыйылдап уҡ үтеп китте, теймәне, ти. - Ай, Сураш, һин мине үлтерергә килгәнһең икән, - тип, Брагин һыҙмаһына йәбешә. Сураш һыҙманы һыпыра тартып алып өлгөрә. Брагин кәмәгә ултырып, күлгә төшөп китә. Шул саҡ Сураш янын алып Брагинға ата . Уҡ яурыны үтә сығып кәмәнең башын ярып ебәрә. Һалдаттар шул тирәлә икешәрләп, өсәрләп таралышҡан була. Берәм-берәм уларҙы ла үлтереп бөткәндәр. Ғауға ҡупкан арала, Брагиндың кухаркаһы һыуға төшөп, танауын өҫкә күтәргән дә, ҡамыш араһына ингән дә ятҡан, ти. Ыҙғышҡан арала форсат табып, бер ҡара бейә менән көрән бейәгә менгән дә ҡасҡан. Артынан ҡыуғандар. Етеп барғанда, ярышлап торган атты менде лә тағы сапты, ти, был. Етә алмай кире ҡайтып киткәндәр ҙә кәңәш ҡорғандар: «Йә, былай булмай. Беҙ бынан шыуып ултырайыҡ», - тип уйлашалар. Шунан ун ике өй ҡалҡынып, Троицкий аръяғына, Ҡустанай яғына сығып китәләр. Аҙаҡ тикшереү килеп, соҡсоноп ҡараһалар, Брагинды үлтереүселәрҙең эҙенә төшә алмайҙар. Бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, ҡасҡындарҙы ярлыҡау тураһында ҡағыҙ килеп төшә. Темәс, Әмин, Сура батыр бер йылдан һуң тыуған төйәктәренә кире ҡайтырға булалар. Тик ҡаҙаҡ байҙары Сура батырҙың ун өс йәшлек Ҡәнифә исемле ҡыҙын ебәрмәйҙәр икән. Сура батыр Ҡәнифәне ҡасандыр ҡаҙаҡтарға әсир төшкән бер башҡорт әбейенә ун һигеҙ йәшкә еткәнсе тәрбиәләргә ҡушып, шунан ғына кейәүгә биреү шарты менән ҡалдырып китергә була. Шуның өсөн ҡаҙаҡтар Сура батырға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, бүләктәр биреп оҙаталар. Ә Темәс менән Әминдең аҡтыҡ малын да тартып алып, икеһен дә йәйәү сығарып ебәрәләр. Бер заман Ҡәнифәгә ун һигеҙ йәш тә тула. Тик бағып-ҡарап үҫтергән теге әбейҙең уны ҡаҙаҡҡа биргеһе килмәй. Ҡәнифәне ул үҙ иленә ҡайтарып ебәрергә юлға әҙерләй башлай. Бер төндә бетәһе лә йоҡоға киткәс, ҡыҙҙы алыҫ юлға сығарып ебәрә. Оҙатҡан саҡта: - Бар, ҡыҙым, тик юл ҡырыйлап төндә генә атла. Тимерҡаҙыҡ йондоҙо һәр саҡ уң яғыңдараҡ булһын, - тип кәңәш биреп ҡала. Иртән торһалар, ҡыҙ юҡ. Ҡазаҡтар, атҡа атланып, ҡыҙ артынан ҡыуа төшмәксе булалар. Тояҡ тауыштарын ишетеп, ҡыҙ ҡыуаҡ араһына боҫоп ҡала. Тегеләр бының эргәһенән сабып үтеп китәләр ҙә, аҙаҡ, бер кемде осратмағас, кире әйләнеп ҡайталар. Ә Ҡәнифә көн кисләгәнен көтөп ята ла, кеше аяғы һил булғас, юлын дауам итә. Бер саҡ шулай уны бүреләр уратып ала. Ҡәнифә шунда, түшлегенән энәһен алып, бармағын энә менән ныҡ итеп сәнсә лә бөркөлөп сыҡҡан ҡанын бүреләрҙең береһенә һиптерә. Ҡалған бүреләр https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2023-07-12/nif-yuly-3336945