– Ах, сусҡа бала, сәсрәгере! Әле генә кейеп сыҡҡан күлдәгең менән сумырға ла өлгөрҙөңмө...
– Ах, сусҡа бала, сәсрәгере! Әле генә кейеп сыҡҡан күлдәгең менән сумырға ла өлгөрҙөңмө? – Ҡарсыҡ шәп-шәп атлап барып баланың бөҙрә сәстәрен матҡып тотоп та алды, һөйәксел йоҙроҡтар ҡаҡ арҡаны төйҙө. Ҡыҙ илар өсөн ауыҙын йәлләткес кәүшәйтте. Шул арала теремек күҙҙәре менән өләсәһенең йөҙөн абайлап өлгөрҙө: арлы-бирле бәйләнгән яулыҡ аҫтынан бүҫелгән сал сәстәр, зәһәр күҙҙәр, унда-бында һерәйгән һары тештәр кемделер хәтерләтте. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-08/dil-4839304