Хәлил менән бергәләп көндән-көн матурыраҡ хыялдар ҡорабыҙ. Көҙгә ул армияға китергә йый...
Хәлил менән бергәләп көндән-көн матурыраҡ хыялдар ҡорабыҙ. Көҙгә ул армияға китергә йыйына. Барма, тип өгөтләү – урынһыҙ. Серле керпектәренең һәр бөртөгөнән илаһи нур сәсеп ҡараясаҡ та, «мин ир-егет бурысын үтәргә тейеш», тип әйтәсәк ул барыбер. Тимәк, миңә түҙемле булырға кәрәк. Әйҙә, шулай булһын, мин риза – көтөргә һәм түҙергә. – Һин шундай матурһың, Әлфиә… – Һин дә, Хәлил… – Мин һине йондоҙға оҡшатам… – Ә мин һине ҡояшҡа тиң күрәм… – Йондоҙом минең, әйҙә гел бергә булайыҡ. Мин һине яратам. – Хәлил, Ҡояшым минең, мин дә яратам. Мәңге бергә булырға ризамын... Ҡулға-ҡул тотоношоп алға, киләсәккә табан атлайбыҙ. Күңел тулы наҙ, йөрәктәрҙә – һөйөү тантанаһы. Тулҡынланыуҙан, шатлыҡтан тулышҡан йәшле күҙҙәребеҙҙе ҡояшлы көндө алмаштырып өлгөргән, үҙендә мәңге асылмаҫ сер йәшергән төнгө күк көмбәҙенә йүнәлтәбеҙ. Унда, икһеҙ-сикһеҙ йыһан даръяһында, түңәрәк ай йөҙә, йондоҙҙар иһә, антығыҙға шаһитбыҙ тигәндәй, шаян ғына күҙ ҡыҫа. Ә беҙҙең саф һөйөү хистәребеҙ пар ҡанатлы аҡбуҙатта осорҙай булып талпына. О, мөхәббәт, ҡөҙрәтле һәм бөйөк хис… https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-04-14/nm-oyashym-4197307