ҺУҢЛАҒАН ҮКЕНЕҮ
ҺУҢЛАҒАН ҮКЕНЕҮ Уҡытыусы Кәбирә Ильясовна бынан биш йыл элек төрмәгә эләккән уҡыусыһының әсәһен күреп, үҙе башлап һаулыҡ һорашты ла:- Эдиктың хәлдәре нисек? Хат яҙамы?- тине.- Һин һорама, мин әйтмәйем инде. Ҡуйсы, ҡуйсы, кем уйлаһын һөйөп, ҡәҙерләп кенә үҫтергән балам енәйәтсе булыр тип. – Мәғишә ауыр көрһөндө.- Эй, Мәғишә, үҙ ваҡытында әйттем бит, балаңды урынһыҙ яҡлама, артыҡ ҡурсалама, уның аҙағы насар бөтөргә мөмкин, - тинем. Тик тыңламаның шул кәңәштәремде.- Терһәкте тешләп булмай. Әлеге аҡылым булһамы, улымды яҡлашыу түгел, мәктәптә тәртип боҙғаны өсөн үҙем сыбыҡ алып һыҙырыр инем.Икеһе лә эстән генә мәктәптә бынан ете йыл элек физкультура уҡытыусыһы Раил Фаткуллович менән булған хәлде иҫенә төшөрҙө. Эдик спортзалда бер ҡыҙ баланы баҫтырып тотоп, уны бер мөйөшкә һырыҡтырған да илатып, түш тирәһен һәрмәргә маташҡан... https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-10-08/u-la-an-kene-4834891