Уҙған быуаттың 70-се йылдарында булған хәл. Бииик бәләкәй генә башҡорт ауылына килен тө...
Уҙған быуаттың 70-се йылдарында булған хәл. Бииик бәләкәй генә башҡорт ауылына килен төшә. Иркәрәк сыуаш ҡыҙы, етмәһә, ҡаланыҡы була. Ҡәйнә кеше башта ризалашмай тыпырсынып ала , шунан киленде “тәрбиәләү” эшенә тотона. Килене ҡайҙа барһа ла, артынан эйәреп йөрөй икән был. “Килен, улай итмә, былай ит, улай ярай, былай ярамай...” Килен-бала тиҙҙән ҡоҙоҡҡа һыуға барыуҙы үҙ итеп ала. Унда, исмаһам, арттан ҡәйнә эйәреп йөрөмәй! Шулай ҙа ҡайтыуына әбей “дәрес биреүҙе” дауам итә икән. Сәбәбен дә табып ҡына тора. - Ауыл ерендә һыуҙы кем нисек ташый, күрше-тирә ҡарап тора ул. Бигерәк тә яңы кешене иләктән иләп төшөрәләр. Биҙрәң бүҫкә икән, эй, бының бәхете тулы булмай, тиҙәр.Шуға күрә һыуҙы биҙрәң тулғанса ал, йәме, килен!– ти ҡәйнә, ярты биҙрә һыуға ҡырын-мырын ҡарап. Бер көн киленкәй һыу буйынан йүгерә-атлай ҡайтып инә лә, башҡортса-сыуашса хәбәр һөйләп ташлай: https://tamasha-rb.ru/articles/satira-m-yumor/2024-10-09/t-kilen-3960793?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk