Мунса ләүкәһендә ятҡан Ҡасим, таң атыр-атмаҫ уҡ, өшөп уянды. Малай мейес ташына киптере...
Мунса ләүкәһендә ятҡан Ҡасим, таң атыр-атмаҫ уҡ, өшөп уянды. Малай мейес ташына киптерергә һалған ҡыптыр тунын да алып ябынып ҡарағайны ла, ләкин уның да файҙаһы аҙ булды. Ҡыҫҡа итәкле тунды өҫкәрәк япһаң, аяҡтар өшөй, аҫҡа тартһаң башҡа бәрә. Туп һымаҡ йомарланып ятһаң да, һалҡын һауа әллә ҡайҙарҙан үтеп инеп, бөтә тәнде ҡурып ала. Тыштағы әсе елле ғинуар һыуығы кистән үк яғылған сей утындың барлы-юҡлы йылыһын бик тиҙ ҡыуып сығара шул.Теше-тешкә теймәй ҡалтыранған Ҡасим тороп ултырҙы ла, тиҙ генә тунын кейә һалды, һәрмәнеп таштар өҫтөндәге тишек табанына бесән тултырылған быймаларын табып алды һәм аяҡтарына тыҡты. Ҡоласынлы ҡуян бүреген баш аҫтына һалып ятҡан ине – уныһын да кейә һалып, күҙҙәренә тиклем батырҙы һәм бейәләйҙәрен эләктерҙе лә, мунсанан сығып өйгә ҡарай йүгерҙе. “Тиҙерәк инә һалып йылынырға, үҙәктәргә үтеп ҡалтыратҡан һыуыҡты тәндән ҡыуып сығарырға…Тик ишек кенә бикле булмаһа ярар ине..,”- тигән уй ине уның башында. Ҡасим һепертмә буран һалған ҡарҙы йыра-йыра өйгә барып етеп, солан ишеген һаҡ ҡына тартып ҡараны. Уның эстән эленмәгәнен белгәс, малайҙың эсенә йылы инеп киткәндәй булды. “Тимәк, Вәлишә киткән..,” – ул быймаларына йәбешкән ҡарҙы ҡаға һалып, өйгә инде. Ундағы йылы һауа кереү менән биттәрҙе иркәләһә лә, бөтә тәнгә үтеп ингәнсе байтаҡ ваҡыт уҙа шул. Ҡасим тиҙерәк йылыныу өсөн кейемдәрен сисеп ташлап, һыуынып та бөтмәгән мейескә килеп һөйәлде. Башҡа ваҡыт уға тәүлегенә бер, башлыса иртән генә яғылһа ла, бындай көндәрҙә үгәй әсәһе кистән дә ҡыҙыу итеп яғып ҡуя. “Вәлишә шулай ҡушалыр…Күрәһең, һыуыҡ өйҙә артыҡ шашына алмайҙарҙыр,”- тип уйлап ҡуйҙы Ҡасим һәм ҡалтыраныуы бер аҙ баҫыла төшкәс, мейес ҡашағында ултырған ҡыуыҡһыҙ, үҙҙәре әйткәнсә мызлаҡ шәмгә ут ҡабыҙҙы. Унан төшкән тоноҡ ҡына яҡтыла усаҡтағы көлдө алып, унда мейес араһына өйөлгән бер нисә утын ағасын алып һалды. Ҡаҙанға бер сүместәй генә һыу ҡойҙо һәм бүрәнә ярығына ҡыҫтырылған сыраларҙың береһен алып, шәмдән ут тоҡандырҙы ла, уны усаҡтағы утын аҫтында тотто. Ялҡын телдәре ағастарҙы ялмап алып, стеналарҙа уның шәүләләре һикерешә башлағас, малай шым ғына баҫып ишек аша шәмдең яҡтыһы төшкән оло яҡҡа сыҡты. Башта үгәй әсәһе ятҡан киң һикегә күҙ ташлап алды. Юрғанын яртылаш ҡына ябынып, йыуан, яланғас боттарын күрһәтеп ятҡан Мәмдүҙә бер нәмә белмәй йоҡлай ине. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-08/merk-y-r-e-yy-y-ara-yrau-hik-y-m-ris-bagaev-4839264