Нисек кенә ҡаршы төшһә лә, үҙ һүҙен һүҙ итә белә ине Васаф. Бер көн Назлия эшкә тора ал...
Нисек кенә ҡаршы төшһә лә, үҙ һүҙен һүҙ итә белә ине Васаф. Бер көн Назлия эшкә тора алманы, йоҡлап ҡалған ине эшенә. Был хәл тағы ҡабатланды. Һәр саҡ таҙа һәм бөхтә йөрөгән ҡатын кискеһен күберәк “төшөрһә”, иртәнсәк ҡулына нимә эләгә, шуны кейеп эшкә йүгерә ине. Әлбиттә, был коллегаларының күҙенә салынмай ҡалманы, тик улар әйтергә уңайһыҙландылар, дөрөҫ аңламаҫ, тип уйланылар. Ҡайһы бер көндәрҙә иртән эшкә килгәнендә Назлиянан араҡы еҫе аңҡып торған саҡтар ҙа булғылай башланы. Мәктәп уҡыусылары барыһын да күрә, һиҙә һәм түкмәй-сәсмәй өйгә ҡайтып һөйләйҙәр ине... https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-10-08/b-hetem-k-tey-e-4834893