Тәүге тапҡыр мәсеткә йома намаҙына барыусылар нимә белергә тейеш?
Тәүге тапҡыр мәсеткә йома намаҙына барыусылар нимә белергә тейеш? Күп кенә ағай-апайҙар, намаҙ уҡый белмәгәнлектән, йома намаҙына барырға ҡыйынһына. Кеше һыуға инмәйенсә, йөҙөргә өйрәнә алмаған кеүек, мәсеткә бармайынса ла йома намаҙына өйрәнеп булмай. Тәүге тапҡыр барған саҡта мәсеткә күптән йөрөгән, йома намаҙының тәртибе менән таныш булған кешегә эйәреп барығыҙ. Ул һеҙгә ҡасан, нисек һәм нимә эшләргә икәнен өйрәтеп торасаҡ. Үҙегеҙ генә барһағыҙ ҙа, бер кем дә ҡыуып сығармаясаҡ, намаҙ уҡый белмәйһең, тип әрләмәйәсәк. https://dairagazite.ru/articles/novosti/2026-10-09/t-ge-tap-yr-m-setk-yoma-nama-yna-baryusylar-nim-belerg-teyesh-4840681