Фәрит сынаяғындағы сәйен ҡоролай ғына эсеп ҡуйҙы ла, ҡатынының “Амин” тотҡанын да көтөп...
Фәрит сынаяғындағы сәйен ҡоролай ғына эсеп ҡуйҙы ла, ҡатынының “Амин” тотҡанын да көтөп тормай, өҫтәл артынан ҡуҙғалды. Миңлегөл иһә исем өсөн генә тигәндәй, тоноҡ тауыш менән: – Ашаһаңсы, – тип ҡуйҙы. – Ашаным. Мин тегендә барып киләйем... Ер ҡарҙан асылды, таҙартырға кәрәк. – Яңы йортҡамы? – Юҡ. Унда ни эш ҡасмаҫ. Руслан янына, тим... Ҡатыны тертләп китте. Алдындағы сәйен ҡабаланып эсергә тотондо: – Аҙ ғына көт. Мин дә барам. – Бөгөнгә йөрөмә. Ҡәберен, тирә-яғын таҙартып ҡайтайым да, иртәгә йәки кесе йомала икәүләшеп барып, сәскәләр, шыршы үҫентеһе ултыртырбыҙ, – эйәреп ҡуймаһын тигәндәй, Фәрит ҡабаланып өйҙән сыҡты ла, матайына ултырып, ауыл осона табан елдерҙе. Зыярат ҡапҡаһын асып инде лә үҙҙәренең араһы ятҡан яҡҡа үтте. – Һаумы, улғынам. Бына, бөгөн дә килдем әле. Һағындыраһың бит, түҙер әмәлдәр ҡалманы, – сәстәре саллана башлаған ир бер ҡәбер янына барып сүгәләне лә, бағанаға беркетелгән фотоға ҡарап, һөйләшә башланы. – Үткән аҙнала ла, кисә лә килгәнде әсәйеңә әйтмәнем. Ул да бик бөтөрөнә. Ошо арала икәүләп килербеҙ әле. Бәлки, Сәлимә һеңлеңде лә алып килербеҙ. Ә бөгөнгә яңғыҙым килдем. Тынлыҡта ултырайым, тим. Һинең менән һөйләшә-һөйләшә ҡартайың менән Хәмзә олатайыңдың ҡәберен таҙартайым. Быйыл көҙгөлөккә һиңә ҡәбер ташы ҡуйҙырырға һөйләштек. Класташтарың, ярҙамдан булһын тип, аҡса алып килгәйне. Мулла ла гүр хәйереңде алыуҙан баш тартты бит. “Бигерәк йәшләй китте, фәрештә йәнле бала булды. Һеҙҙең дә сығымлы сағығыҙ. Өйөгөҙҙө эшләп бөтөрөгөҙ, бер-бер артлы тағы өс балағыҙ үҫеп килә. Ҡулығыҙ оҙайғас, һарыҡ алып, ҡорбан салдырырһығыҙ”, – тине. Тик һиңә тип инселәгән аҡсаны башҡа эшкә тотонғо килмәй, шуға ҡәбер ташы эшләтербеҙ. Эй, балаҡайым, етешмәгән донъя артынан ҡыуып, һиңә әллә ҡасан уҡ вәғәҙәләгән планшетты ла алып булманы бит. Иҫке ноутбук менән йөрөгәнгә курсташтарың көлмәнеме икән? Үҙең дә зарланырға яратманың шул. Былай ерләргә килгәндәрендә ҡарап торҙом, иптәштәрең бик итәғәтле, аҡыллы балалар кеүек күренде. Һинең үлемеңә ныҡ ҡайғыралар. Эй-й, кеше күңелендә нимә ятҡанын ҡайҙан беләһең инде! Ана, ғүмер баҡый күрше йәшәгән Лилиә кисә йәнемде көйҙөрҙө. “Ярты йыл буйы тыныслана алмайһың, Фәрит ағай. Үҙеңде ҡулға алырға кәрәк. Өйҙә үҙ балаларың ултырғанда үгәй малайың өсөн өҙгөләнәһең”, – ти. Асыуымдан саҡ һалып осорманым. Һин миңә үтә лә ҡәҙерлеһең, балаҡайым. Ошонда килһәм дә, күңелемә еңел булып ҡала... https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-09/ul-ynam-hik-y-g-lnur-yuatova-4839343