Миңә был һорауҙы йыш ишетергә тура килә. Йәнәһе, яҙмаларыңа “булған хәл” тип ҡуяһың да ...
Миңә был һорауҙы йыш ишетергә тура килә. Йәнәһе, яҙмаларыңа “булған хәл” тип ҡуяһың да ул, әммә ысынлап та булғанмы һуң улар, әллә кешене ылыҡтырыр өсөн генә шулай ҡыланаһыңмы? Был һорауға: “Булмағанды булды тип яҙып булмай. Ә бына “булмағаныраҡтары”, йәғни нигеҙендә ысынбарлыҡ ятһа ла, кеше бик ышанып бармағандары хикәйә булып донъя күрә”, – тип кенә әйтер инем. 📜 Һәр хәлдең прототибы була Ысынында юҡты бар итеп, һауанан алып яҙыу, яҙғанымды уҡымлы, әҙәм балаһын ышанырлыҡ хәлгә еткереү – бик ауыр шөғөл. Шуға ла күпселек әҙәби әҫәрҙәр, йәғни хикәйә, повесть, романдар ысынбарлыҡҡа, йәғни ысын хәл-ваҡиғаларға таянып яҙыла, геройҙарының прототиптары була. Шул уҡ ваҡытта яҙыусының фантазияһына ла күп урын бүленә. Ә бына “булған хәлдәр”ҙе яҙғанда иһә, уны уҡымлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн аҙ-маҙ ҡабартһаң да, бик үк ситкә тайпылып булмай, нимә күргәнһең, нимә ишеткәнһең, шуны бәйән итергә тура килә. Кемдәрҙер “булған хәл” тигәнгә бик ышанып та бармайҙыр, әммә мин ишетеп-күреп тә белмәгән ауыл, кешеләрҙең исемдәрен атап, был хәл шул ерҙә, шул әҙәм менән булғайны бит, тип әйтеүселәр ҙә етерлек һәм күптәр шул хәл-ваҡиға тураһында һөйләп тә ҡуя. Ҡайһы берҙәрен күп серия итеп яҙып та булыр ине хатта. Үҙемә генә түгел, “булған хәл”дәрҙе баҫып сығарған гәзит-журналдарҙың редакцияларына ла хат менән мөрәжәғәт итеүселәр булды. Мәҫәлән, “Йәшлек”тә “Башҡорт Робинзоны” донъя күргәс, төп герой Миңъямал апайҙы күреп белгән бер ағай, уның хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, фотоларын да ебәргәйне, һәм улар минең яҙмамдың дауамы һымаҡ гәзиттә баҫылып сыҡты. Ә бына “Мәмерйәлә тыуған мөхәббәт” донъя күргәндән һуң ( tamasha-rb.ru/articles/c... ) унда яҙылғандарға оҡшаш бер нисә ваҡиға тураһында ишетергә тура килде һәм мин яҙмамды юҡҡа ғына “Ҡасҡын бисәләре” тип атаманым. Еләккә барған еренән урланып алып кителеп, мәмерйәлә ҡасҡын бисәһе рәүешендә тотолған Ғәлимә исемле ҡыҙҙың аяныслы яҙмышы хаҡындағы яҙмам гәзиттә сығып, ай самаһы ваҡыт та үтмәне, фатирыма оло йәштәге бер ағай килеп инде. “Мәләүез районынан Хаммат исемле кеше булам” тип таныштырҙы ул үҙен. – Редакцияға шылтыратып, унан адресыңды алып, һине күрәйем, тип килеп сыҡтым. Бына бында һин яҙған Ғәлимә – минең әсәйемдең һеңлеһе бит ул, – тине ағай, сумкаһынан “Йәшлек” гәзитен сығарып. Беҙ Хаммат ағай менән байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул апай тейешле кешеһенең фотоһын да алып килгәйне, шуны күрһәтеп, артабанғы яҙмышы хаҡында һөйләп алды һәм аҙаҡ: “Ниңә ысын исемен күрһәтеп яҙҙың?” – тип үпкәһен дә белдереп ҡуйҙы. Быныһы инде аптыратты. Яҙмамда һүрәтләнгән ваҡиғаны байтаҡ йылдар элгәре ишетеп, урланған ҡыҙҙың исемен бөтөнләй онотҡайным һәм яҙғанда башҡа килгән тәүге исемде ҡуйған һымаҡ инем. Уларҙың тап килеүе ғәжәпкә ҡалдырғайны мине. Яр-Бишҡаҙаҡтағы күршем Илһамға Мәләүез районынан ҡайныһы килгеләп китә ине. Бер килгәнендә ул яныма уҡ инеп, ике ҡуллап күрешеп: – Һинең кем икәнеңде белмәйерәк йөрөгәнмен. Бына кейәү әйткәс, бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тип шатланып уҡ киттем. Һинең “Мәмерйәлә тыуған мөхәббәтең”де уҡығас, их, үҙен бер күреп, шуға оҡшаш бер нисә ваҡиғаны бәйән итһәң ине, тип күптән хыяллана инем. Әгәр тыңларға теләһәң, һөйләйем, – тине лә, яуабымды ла көтөп тормайынса, үҙе әйткән ваҡиғаларға күсеп китте. 📜 Ҡыҙ һөлдәһе Ағайҙың һөйләгәндәре, минең хәтергә һеңгәне түбәндәгеләрҙән ғибәрәт ине: – Үҙең күреп беләһең, беҙҙең Нөгөш буйҙары, бигерәк тә Бөрйәнгә яҡын ятҡан ерҙәре ифрат тыныс бит. Кеше аяғы һирәк баҫа был ерҙәргә. Ҡасып-боҫоп йөрөгән бәндәләргә бик тә ҡулай инде. Инеп йәшеренәм тиһәң, мәмерйәләре лә етерлек, ҡуйы урмандары ла буйтым. Шуға ла һуғыш осоронда был яҡтарҙы ҡасҡындар үҙ иткән, байтаҡ кеше йәшеренеп ятҡан Нөгөштөң аръяғында. Шул тирәләге ауыл халҡына ла байтаҡ зыяны тейгән. Малдарын да, ваҡ-төйәк Показать полностью...