Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың.Яратыуҙан янып һөйгәнемдеШунд...
Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың.Яратыуҙан янып һөйгәнемдеШунда ғына аңлай башлайһың... Рәми Ғарипов. Усына ҡара тупраҡты ҡыҫҡан килеш ул ҡәбер янына сүгәләне. Елгә таралған сәстәре йөҙөн яба. Бите буйлап әллә йәш, әллә ямғыр тамсылары тәгәрәй... Ярым ябыҡ ҡорғандар аша ла үтеп ингән йәйге ҡояш бүлмәне йылы нурға сорнай. Палатала ул бер үҙе генә ине. Тамырҙары капельницанан тамған һыуҙы һура. Егет күҙҙәрен көскә асып ҡыбырларға тырышты, тик файҙаһыҙ: ҡабырғалары берҙәй һынғандай һыҙлай, һул аяғы гипста. Ҡашына тиклем бәйләнгән марля күҙҙе асырға ҡамасаулай. “Әллә яра һуҡтылар микән?” Егет был уйынан ҡурҡып китте. Башы күтәрә алмаҫлыҡ бер суйын тимер кеүек тойолдо уға. Тимәк, ныҡ туҡмағандар! Былай тере мәйет булып ятҡансы үлтергәнсе туҡмаһындар ине!.. Егет күҙҙәрен йомдо. Ҡояш нуры, әсә ҡарашындай булып, йөҙөн иркәләне. Их, әсәй, мине был хәлдә күреп һыҙланаһыңдыр инде. Мин һиҙәм, һин янымда. Һин һәр саҡ янымда булдың. Бына терелеп сыҡһам, ҡәбереңә тағы аҡ сәскәләр һалырмын. Һинең яратҡан сәскәләреңде”... Егет күҙҙәрен йомдо. – Ильяс, улым, ҡолонсағым минең, тор, бөгөн атайың ҡайта. – Әсәһенең йомшаҡ усы бәләкәй малайҙың сәсенән һыйпаны. Тәҙрә аша үтеп ингән наҙлы ҡояш нурҙары кескәй бүлмәне йылы яҡтылыҡҡа күмгәйне. Әсәһенең һағышлы ҡарашы бөгөн өмөт һәм ҡыуаныс менән алмашынған. Малай ике ҡулы менән ҡәҙерлеһенең муйынынан уратып ҡосаҡланы. – Ә атай тәмлекәс алып ҡайтамы? – Бәләкәй малайҙың күҙҙәре эскерһеҙ ҡарай. – Алып ҡайтыр, имен генә булһын... – әсәһе ҡарашын аяҙ офоҡтан алмай ғына яуапланы. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-09/ya-mysh-mi-gele-hik-y-4839369