– Зиннур, тор тим, тор! Эй, илаһым, кис булһа, ята белмәй, иртән булһа, тора алмай был ...
– Зиннур, тор тим, тор! Эй, илаһым, кис булһа, ята белмәй, иртән булһа, тора алмай был бала. – Әсә соланда йоҡлаған улын уятты–уятты ла китеп барҙы. Бер аҙҙан сепарат геүелдәй башланы. Зиннур һыңар күҙен генә асып алды ла ҡабат йома һалды,сөнки әсәһенең аяҡ тауыштары йәнә уға табан ыңғайланы. – Кит,йүнһеҙ,һаман ятасы?! – Әсә ысынлап тороп асыулана башланы.– Мин һөттө айырып бөтәм дә эшкә китәм. Йәйләүҙән бәләкәс быҙау килтереп киткәндәр. Ыуыҙын эсерергә кәрәк. Ә һин үҙебеҙҙең быҙауға һөт эсер ҙә үләнлеккә ҡыу. Үҫмер иренеп кенә тороп ултырҙы, шунан күҙен ыуа–ыуа йыуынғыс янына китте. Ул арала әсәһе икмәк туралған ике биҙрә һөттө ишек алдына сығарып та ултыртты. – Эй, исмаһам, сәй эсергә лә ирек юҡ, – тип мығырҙаны малай. Әсә эшенә китешләй: – Йә, һуҙылма инде, йәһәтерәк, – тине лә сығып китте. Зиннур башта ашыҡмай ғына сәй эсте. Быҙауҙарҙы кәртәнән сығарҙы ла һөт эсереп, ауыл осондағы тауға ҡыуҙы. Үҙенең тоғро юлдашы – магнитрфонын да онотманы. Ана ул магнитофондан ағылған көйгә һелкенгеләп атлай. Уның был ғәҙәтенә әсәһе лә, атаһы ла асыулана. Ә Зиннурға шул магнитофон көйө тормаһа, ашағаны – аш, эше эш төҫлө тойолмай. Мөмкин булһа, дәрестә лә уйнатып ҡуйыр ине. Мәктәптә эш башҡа шул. Быҙауҙар иренеп кенә үлән семсенә башланы. Хәҙер ҡайтып китергә лә мөмкин. Ләкин ни өсөндөр Зиннурҙы тау түбәһе тартты. Сейәлетау – яҫы түбәле бейек кенә тау. Тау башын ҡаты ҡылған ҡаплаған. Һирәк–һаяҡ ҡына тәлгәш ҡайындар үҫә. Был тау ҡасандыр сейә ҡыуаҡтары менән ҡапланған булған, хәҙер уларҙың бөтөүенә бер нисә тиҫтә йыл инде. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-09/up-yn-k-le-y-hik-y-t-skir-dayanova-4839402