– Тәүге тапҡыр мин сәхнәгә өсөнсө класта уҡығанда сыҡтым. Мәктәптә үткән концертта йырл...
– Тәүге тапҡыр мин сәхнәгә өсөнсө класта уҡығанда сыҡтым. Мәктәптә үткән концертта йырлатҡандары хәтерҙә. Ауыл клубында үткән сараларҙа ла йырлай, гармунда уйнай инем. Ә инде юғары кластарҙа уҡығанда мине туйҙарға саҡыра башланылар. Ул саҡта туйҙар өсәр көн бара торғайны. Башта мине ебәрер өсөн атайҙан рөхсәт һорайҙар, унан һуң мәктәп директорына барып, дәрестәрҙән бушатыуҙы үтенәләр. Туйҙа мин үҙем йырлайым, гармунда уйнайым, ҡунаҡтарҙы йырлатам, бейетәм. Ул саҡта фонограмма ла, көй, йыр яҙҙырылған дисктар ҙа юҡ ине әле. Туйҙарҙан һуң сынығып бөтмәгән беләгем һыҙлағаны ла хәтерҙә. Шул йылдарҙа халыҡ ябай һәм берҙәм ине. Бөгөнгө күҙлектән сығып ҡараһаң, мин тамада ролен башҡарғанмын. Хәҙер инде мәжлестәрҙе алып барыусылар умырып аҡса эшләһә, ул саҡта үҙ эшең өсөн хаҡ һорау һәм алыу тигән нәмә бөтөнләй юҡ ине. Хужаларҙың атай-әсәйгә күстәнәс биреп ебәргәндәре генә иҫтә... - https://tamasha-rb.ru/articles/kultura/2025-08-20/min-n-remde-fanaty-4355260