Кемдер йырсыны ҡабул итә алмай, кемдер тәнҡитләп тә маташа. Әммә бер кем дә уның рекорд...
Кемдер йырсыны ҡабул итә алмай, кемдер тәнҡитләп тә маташа. Әммә бер кем дә уның рекордын үтәгәне юҡ әле: 10 – 11 көн – баш ҡалабыҙ Өфөлә, шулай уҡ айҙан ашыу республика райондарында тулы залдар йыя. Концертына алыҫ райондарҙан машиналар, хатта автобустар менән тамашасылар килә, билеттар бер ай алдан һатылып бөтә. Һәр программаһы оло яңылыҡ булған, һәр йыры хитка әүерелгән ижадсының ғүмер юлы ла, тормошҡа ҡарашы ла үҙенсәлекле. Уның менән аралашыу үҙе бер байрам кеүек. Һәм беҙ был байрамды һеҙгә лә бүләк итеп, яратҡан йырсыбыҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ - https://tamasha-rb.ru/articles/kultura/2025-04-02/ilsi-b-retdinova-bash-ortsa-yyrlar-s-n-bash-ort-bulyr-k-r-k-4180492