ЙЫЛАН ИТЕ АШАҒАН...
ЙЫЛАН ИТЕ АШАҒАН... Элек беҙҙең өйгә олораҡ кешеләр килһә, сәй артында ниндәйҙер ҡыҙыҡлы ла, серле лә, ғәжәп тә хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеп ултырырҙар ине. Һүҙ йәйләүҙәге тормош, ниндәйҙер билдәһеҙ йәнлектәр, күҙгә күренмәгән көслө йән эйәһе, уға: "Беҙ һиңә зыян килтермәйбеҙ, һин дә беҙгә теймә", - тип ялбарыуҙары тураһында барыр ине. Һуңынан: "Донъя - даръя, уның төбө юҡ, осона ла сыға алмаҫһың", - тип фекерҙәрен ослап ҡуйыр булдылар. Ул күҙгә күренмәгән йән эйәһен төрлөсә итеп күҙ алдына килтереп ҡарап, ҡурҡышымдан шым ғына берәйһенең эргәһенә һыйына торғайным. Эйе, донъя ғәжәп матур ҙа, серле ул. Әҙәм балалары берәй ваҡыт уның серҙәренә төшөнөп бөтә алырмы икән? Бөгөн һүҙем "Бәйғәмбәрҙәр тарихы" китабында, Изге Ҡөрьәнебеҙҙә лә телгә алынған йән эйәләре - йыландар, улар тураһында йыйған хәтирәләр хаҡында булыр. Бөрйән районында йәшәгән һеңлем Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы үҙенең йыландар тураһындағы хәтирәләре, мәрхүмә өләсәһе Хөснитдинова Хәкимә Хәйрулла ҡыҙының иҫтәлектәре менән уртаҡлаша: 2-3 йәштәр булғандыр. Стенаға һул ҡырымды ҡуйып, урындыҡта уйнап ултырам. Урындыҡ менән стена араһында бураҙна һымаҡ ҡалдырылған урын була торғайны. Балаҫ ҡаплап торғанлыҡтан, эсе күренмәй. Уйнауымдан туҡтамай ғына, нишләптер, шул бураҙнаға ҡулымды тыҡтым. Ә унда ниндәйҙер һалҡын, шыма, йомшаҡ, әммә тығыҙ һәм һығылмалы әйбер ята ине. Бирелеп китеп уйнағанмындыр, сөнки нимә икән, тип ҡарамайым. Ҡулым менән тегене баҫҡылайым, бармаҡтарым еткәнсә ҡыҫып тотам да ебәрәм. Бер мәл теге һалҡын әйбер ҡулым аҫтында шыуа башланы. Нимә икән тип ҡараһам, бураҙнаның буйынан-буйына һуҙылып, йылан шыуыша ине. Әсе тауыш менән "йылан" тип аҡырып, ни арала урындыҡтан һикереп төшкәнмендер, тышта йөрөгән өләсәйем атылып килеп инде .Туҡтап та тормайынса, аштауға йомолоп, ҡатыҡ һоҫоп алды ла мөйөшкә инеп барған йылан артына һипте. "Йылан артынан аҡ һибеп ҡалырға кәрәк", - тигән һүҙен мәрхүм булғанынса доға урынына ҡабатланы. Беҙ туҙбаш йыландар мыжғып торған урында йәшәнек. Уларҙың үҙ тормошо, беҙҙең үҙебеҙҙеке. Әммә сикте улар ҡуя ине. Ниңәлер беҙҙең аласыҡты, ундағы һыу багын ныҡ яраттылар. Таң менән, ҡараңғылы-яҡтылы, иң беренсе һыу алыр кәрәк бит инде. Ә унда йыуандан йыуан йылан бер ҡапҡас булып уралып ята. Иң тәүҙә уны шунан төшөрөргә кәрәк, ә ул ашыҡмай. Тәүҙә башын ҡалҡытып, ынтыла биреп телен күрһәтә. Шунан ғына кәүҙәһе үҙ яйы менән, бәҫен төшөрмәй генә, мөйөшкә ҡарай аға башлай. Икенсе яратҡан урындары ҡашығаяҡ һаҡланған шкаф. Шкафтың ишеген нисек асаларҙыр, әммә уртала өйөлөп ҡуйылған сыняҡтарҙы ҡосаҡлап, тағын береһе ята... Көн эсендә лә аласыҡ һил ҡалдымы, береһе инеп ята ине. Һарай артындағы өйөлгән тиреҫ - туҙбаштарҙың төп төйәге. Бала-сағаларынан алып йыуандарына тиклем шунда ҡайнаша. Ә шул аласыҡҡа ингәндәре гелән йыуандан йыуандары ине. Был үҙенә күрә өҫтөнлөк инеме икән инде уларҙа? Өләсәйемдең йыландар артынан ҡатыҡ һибеп ҡалыуының үҙ тарихы бар. Тол ҡатындар колхоздың иң ныҡ тотонолған хеҙмәтселәре булған, шуға ла сәңгелдәктән төшөү менән донъя көтөү әсәйем елкәһенә төшкән. Шулай бер ваҡыт әсәйем һыйыр һауырға инәйем тиһә, һарай ишеген иңләп йыуан йылан аҫылынып торған. Әсәйемде һанға һуҡмағанмы, торған еренән китмәгән. Ахыры әсәйем ярҙамға күрше малайҙы саҡыра. Уныһы күп уйлап тормай, теге йыланды туҡмап үлтерә. Әммә таң атыуға һарай көл-күмергә әйләнгән була. Малдарҙан өйҙәге быҙау менән һарыҡ бәрәстәре генә тороп ҡала. "Һарыҡтарҙың эстәре ярылып ята ине, бысаҡһыҙ үлгәс, ите харам бит инде. Шулай булһа ла ас ғаиләләр шул һарыҡтарҙы алып киттеләр", - тип һөйләне өләсәйем. Был хәл ил хужалары бик иҫкә алғыһы килмәгән 1933-1934 аслыҡ йылында була. Йыланға бәйле хәтирәләре күп ине өләсәйемдең. Уларҙың олатайым ҡайҙандыр алып ҡайтҡан ҡыҙыл йылан мөгөҙө булған. Ул аҙыҡ-түлек һаҡланған айырым келәттә ятҡан. Г Показать полностью...