Хужабикәһе оҙаҡ һаҡланы өй йылыһын, үҙе һымаҡ сүгә төшкән мейесенән йылы икмәген өҙмәне...
Хужабикәһе оҙаҡ һаҡланы өй йылыһын, үҙе һымаҡ сүгә төшкән мейесенән йылы икмәген өҙмәне, тәҙрә ҡорғандарын ҡарҙай аҡ итеп тотто. Ул иҫән саҡта тәҙрәләргә ҡояш нуры ҡунып уйнар ине. Иҙәндәге балаҫта ҡояш йылыһына иҙерәп бесәй ятыр, ҡулына бәйләм тотоп мөйөштә ултырырға яратҡан Хужабикә кемгәлер шул тиклем оҡшай башлар, иҫке йорт иҫенә генә төшөрә алмаҫ. Ҡыйыҡҡа түшәлгән тупраҡ йоҡарһа, өйҙөң дә хәтере лә насарая икән ул. Өйҙөң хәтере нимә, бына балаларҙың хәтере насарайһа ҡыйын. Хужабикәнең артынан ҙур ҡапҡа ябылып ҡалғас, йорт эсе бушаны. Ул элеп киткән ҡорғандарҙы тамсы ла һелкетмәй оло юлдан күҙен алмай көтә башланы. Балалар ҡайтып йөрөнө ул, ейәндәр ҙә. Ә бына бүләләрҙе… Улар бит урындыҡ аҫтындағы инә ҡаҙ менән дә танышып өлгөрмәне. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-13/i-ke-yort-yyly-y-4843300