Йәйге бер кистә ирем менән ҡапҡа төбөндә ултырабыҙ. Шунда яныбыҙға ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайт...
Йәйге бер кистә ирем менән ҡапҡа төбөндә ултырабыҙ. Шунда яныбыҙға ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтҡан күршебеҙ ҙә сығып ултырҙы. Ни тиһәң дә, ғүмер уҙған һайын, йәшлекте телгә алабыҙ бит. Күршебеҙ ҙә һүҙ эйәрә һүҙ сығып, шул йылдарға ҡайтып килде. "Мәктәп бөтөрөп, училещеға керергә йөрөйбөҙ" - тип һөйләп китте ул. 'Ҡурҡып ҡына приемныйға керҙек. Ауылдан сығып йөрөгән юҡ бит. Беҙгә: "Тултырығыҙ - тип, анкета тотторҙолар. - Алдыҡ." - ти күрше. "Фамилия, имя тигәндәрен тултырҙыҡ. Год рождения тигәнен дә бик эшлекле ҡиәфәттә генә яҙып ҡуйҙыҡ. Ҡарайым, "пол" тигән һүҙ бар бит" - ти. "Бергә килгән малайҙан һорайым: Пол нимә ул? И-и-и теге көлгән була.Полдың нимә икәнен белмәйһең штули, иҙән бит. "Крашеный - тип яҙ, - әтеү, хәйерселәр тип алмаҫтар."- ти был. Мин әйтәм: "Беҙҙең иҙән буялмаған бит, алдағанды белһәләр, ҡыуып ҡайтарырҙар."- тим. "Улайһа https://tamasha-rb.ru/articles/satira-m-yumor/2024-11-20/pol-4016502