Мәктәпкәсә балалар йортонда бик оло йәштәге Шәрифә исемле тәрбиәсе апай бар ине. Шаян б...
Мәктәпкәсә балалар йортонда бик оло йәштәге Шәрифә исемле тәрбиәсе апай бар ине. Шаян балаларҙы ҡысҡырып тыйырға ла, әрләргә лә хәле булмағандыр уның. Шуға, тыңламаған баланы семетә, йә ҡолағын бора. Ауыртыуҙан сәрелдәгән баланың тауышы сит яҡҡа ишетелмәһен өсөн: "Әлиләү генәйем, бәлиләү генәйем…"- тип йырлай ине үҙе. Апайҙың ул холҡон белгәнгә күрә, ул килгән көндә бик шым, баҫалҡы ғына йөрөйбөҙ. Бына бер саҡ киске ашҡа ултырҙыҡ. Йәй. Бер бәйләнсек себен минең тәрилкәмә килә лә ҡуна, килә лә ҡуна. Мин шым ғына: "Эй, себенкәй, һин дә асыҡтыңмы? Минең бутҡама теймә. Мин һиңә өлөш сығарам, аша", - тип ҡалағымдың осо менән кескәй генә өлөш сығарып, өҫтәлгә һалып та өлгөрмәнем, Шәрифә апай https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-06-11/k-sl-l-r-n-elen-nmen-4274653