"Миләүшәләр клубы" тәҡдим итә
"Миләүшәләр клубы" тәҡдим итә Үҙебеҙҙең башҡортса дәртле көйҙәр ритмында етеҙ фитнес хәрәкәттәр эшләргә, артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолоп, һығылмалы буйлы, сәләмәт тәнле булырға теләһәгеҙ, Матбуғат йортоноң иркен, ҙур залында аҙнаһына ике (һеҙ һораһағыҙ, өс) тапҡыр уҙасаҡ башҡортса этнофитнесҡа рәхим итегеҙ. Присоединяйся к каналу по ссылке: max.ru/join/6I_F8... Бөтә кәрәкле мәғлүмәт МАКС каналында Ошо һылтанма буйынса ҡушыла алаһығыҙ. Хәрәкәттә - бәрәкәт икәнлекте аңлаған бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла саҡырабыҙ. Мотлаҡ түгел: - бейеүсе булыу - зифа буйлы булыу - йәш булыу Мотлаҡ: - башҡорт рухлы булыу - хәрәкәтләнергә яратыу - ихласлыҡ - спорт кейеме - кроссовки йәки чешки - гимнастика балаҫы - бәләкәй шешә менән һыу - тирләгән битте һөртөргә таҫтамал Шишәмбе, кесаҙна, (әгәр һораһағыҙ шәмбе) көндәре сәғәт 17.00 - 18.00 Этнофитнес ритайым менән тамамлана. Билдәле бейеүселәрҙән оҫталыҡ дәрестәре һәм сәхнә йондоҙҙары менән күңелле осрашыуҙар үрелеп барасаҡ. Хаҡы - 250 һум. Бер айлыҡ абонимент алыусыларға -200 һум. Ай буйына бер ҙә ҡалдырмай шөғөлләнеүселәргә этнофутболка, чешки, милли алҡалар - бүләк Этнофитнесҡа килеүселәргә шифалы милли ризыҡтарыбыҙ буҙа, ҡорот тәҡдим ителә. Йыйылған аҡсалар изге эштәргә тотонола. ЭТНОФИТНЕС - УЛ ЯҠШЫ КӘЙЕФ, КҮТӘРЕНКЕ РУХ, СӘЛӘМӘТ ТӘН Адресы: Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт, Матбуғат йортоноң 10-сы ҡатындағы зал. Киләһе аҙнала башлана.