... Мин һөйләргә йыйынған хәл, муйыл емерелеп уңған йылды булды. Уны йыям тип алыҫ йөрө...
... Мин һөйләргә йыйынған хәл, муйыл емерелеп уңған йылды булды. Уны йыям тип алыҫ йөрөргә лә түгел, кәртә артында ғына. Өҫтөңә йығылып, ҡойолоп торған емеште лә йыймаһаң гөнаһ булыр. Шулай итеп беҙ муйыл йыйырға барырға булдыҡ. Хәләл ефетем һәр ваҡыттағыса эштә, мин, ялға килгән һеңлем, 1 йәшлек ҡыҙым менән өсәүләп муйыллыҡҡа менеп киттек. Кеше ҡыҙыҡ бит ул: уға күп булған һайын күберәк, ҙур булған һайын ҙурыраҡ кәрәк. Ҡайһы ағасты алып йыйһаңда муйылы эре, үҙе шул тиклем суҡ, тот та кинәнеп йый. Ә беҙ яҡшыраҡты эҙләп тауҙың яртыһына менеп еткәнбеҙ. Үҙебеҙгә оҡшаған ағасты һайлап алғас, беҙ муйыл тирергә тотондоҡ. Буйыбыҙ еткән тиклем тиргәс, ағасты әүештереп тирәбеҙ. Муйыл ағасына балта сабып, ботаҡтарын һындырып, йығып һалып тиреү беҙҙең өсөн хилаф эш. Йыл менән йыл бөтмәй бит, киләсәктә муйыл ағастары мул уңыш бирһен өсөн һаҡларға кәрәк уларҙы. Әүештереп тиреп бөткәс, ағасты уратып ҡарап сыҡтыҡ. Иң эре, иң матур муйылдар ағастың осонда ғына ҡалған. Эй шуларҙы тиреп алғы килә бит инде. Мин һеңлемә: ”Һылыу, мин ағас башына менеп әүештерәем, шунан тирербеҙ”- тип ағасҡа үрмәләп менеп киттем. Ҡола ялан Матрай ауылында ҡылғандан, утынға әҙерләнгән ҡайындан, өй тирәһендә үҫкән тополь, клендан башҡа ағас күрмәгән мин, муйылдың ни тиклем бөгөлмәле, һығылмалы ағас булһала, ныҡ көслө, әллә ниндәй ауыр йөктәндә бөгөлөп бармағанын ҡайҙан ғына беләем! Ағастың уртаһына менеп етһәмдә, муйыл бөгөлөргә уйламайҙа. Тырыша торғас ағастың осона яҡынлаштым, ул яйлап ҡына әүешә башланы. Мин ҡыуанысымдан һөрән һалып ҡысҡырам. Ләкин ҡыуанысым иртәрәк булған икән. Муйыл ағасы яртылаш әүеште лә, туҡтап ҡалды. Мин ергә төшә алмай, 3-4 метр бейеклектә һауала аҫылынып тороп ҡалдым. Аҫта һеңлем аптыранып, нимә эшләргә белмәй, ул яҡҡа, был яҡҡа йүгергеләй. Мин ағасты йә өҫкә, йә аҫҡа болғап, нығыраҡ әүештермәк булып ҡарайым. Сәңгелдәк өйгәндәге һымаҡ, аяҡтарым, бөтә кәүҙәм менән бәүелеп ҡарайым. “Һылыу, мин саҡ ҡына ергә яҡынлаһам, аяғыма йәбеш тә, тотоп аҫҡа тарт ”- тип ҡысҡырам. Ул һикерәңләп мине тотоп алам тип, мин күк менән ер араһында аҫылынып тороп, арып хәлдән тайҙыҡ. Әммә бөтәһе лә бушҡа ғына, ағас бер кимәлдән аҫҡараҡ төшмәй. Етмәһә ҡыҙым: “Әсәй тайтай, әсәй тайтай әсәй тайтай”- тип илаулай башланы. Был уның:“әсәй төш ҡайтайыҡ“- тиеүе. Арыны инде бәләкәс кенәм! Өйҙә ҡалдырыр кеше булмағас, эйәртеп алып йөрөйбеҙ шул. Өлкәндәр юҡ өйҙә, тәүге генә, пока бер бөртөк кенә баламды яттарға ышанып ҡалдырырға ҡыҙғанам бит инде үҙем дә. Ҡулдарҙың көсө бөтә башланы, бына – бына аҫҡа осоп төшөрлөк хәлдә икәнемде, бер ниндәйҙә ҡотолоу юлы юҡ икәнен аңлайым, ләкин ышанғым килмәй. “Һылыу ! Мин осоп төшөп имгәнһәм, иҫем китһә, һеңлеңде эйәртеп ауылға ҡайт та, күршеләргә инеп әйт. Улар миңә ярҙамға килер.”- тип ҡысҡырам. Үҙем ҡысҡырып – ҡысҡырып илаған һеңлемде йәлләп, күҙҙәремде сытырҙатып йомам. Ни булһа ла булыр, тип яҙмышыма ихтияр ҡуям. Үҙем эстән генә Хоҙайға ялбарам, осоп төшһәмдә, имгәнмәй имен ҡалһам ярар ине тип теләем. Ҡапыл ғына кемдер аяҡтарымдан тартып, билемдән ҡыҫып ҡосаҡлап ала, мин ҡотом осоп яр һалып ҡысҡырып ебәрәм. Күҙҙәрҙе асыу юҡ, тағыла нығыраҡ йомам. Ҡурҡышымдан нимә уйларға ла белмәйем, был бейеклектә минең билемдән кеше ҡосаҡлай алмай бит инде - https://tamasha-rb.ru/articles/pobeda-80/2026-08-23/eh-muyyl-muyyl-4815432