‼ Әсәй, ебәрмә картинкалар. “Хәйерле иртә!”, “Матур көндәр!” тигән яҙыуҙарыңдан телефон...
‼ Әсәй, ебәрмә картинкалар. “Хәйерле иртә!”, “Матур көндәр!” тигән яҙыуҙарыңдан телефон тулды. Йомошоң булған да ғына яҙ. Яңылыҡтар булмаһа, яҙма. Бесәйҙәрең тураһында уҡып ултырырға минең ваҡытым юҡ... Артур асыуланып әсәһенә теҙеп әйтте лә телефонын ситкә ҡуйҙы. Егеткә – 35 йәш. Ул әйҙәүсе программист булып эшләй. Ә әсәһе Вәлимә Хәйрулловна Артур йәшәгән ҡаланан биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан бәләкәй ҡасабала йәшәй. Улы телефон бүләк иткәс, ватсапты өйрәнеп алды ла, “ҡалай хәбәр ебәреүгә йәтеш”, - тип көн дә берҙән-бер улына иртәле-кисле хәбәр ебәреп торҙо. Яңғыҙлығын шулай еңә ине ул. Таң атыу менән улына хәйерле иртә, матур көн теләй, ә йоҡлар алдынан “тыныс йоҡо” тип ебәрә. Тәүҙә улы ихлас яуап бирҙе, аҙаҡ смайликтарға күсте. Бөгөн иһә бөтөнләй әрләп ҡуйҙы. Бушамайҙыр улы... Эше етди. “Яңылыҡ булмаһа, яҙма” ти бит... Эйе шул, ниңә яҙаһың? Бигерәк улын маҙаһыҙлап ташлаған шул. Бына тышта ямғыр яуа. Бесәйе Барсик сысҡан тотҡан. Күрше ҡатын почтальон менән ирешкән. Ҡан баҫымы күтәрелгән... Әййй, былар, ысынлап та, Артурға нимәгә? Вәлимә Хәйрулловна ауыр көрһөнөп ҡуйҙы, яулыҡ осо менән күҙенән сыҡҡан йәштәрҙе һөрттө һәм телефонын комодҡа һалды. Артурҙың телефоны тынып ҡалды. Ул тыныслыҡҡа кинәнде. Мәғәнәһеҙ видеолар, юҡ-бар стикерҙар килеүҙән туҡтаны. Ниһәйәт, аңланы әсәй, тип уйланы ул. Эш менән аҙна үтте. Йома кис дуҫтары менән кафеға барҙы. Һүҙ араһында бер дуҫы телефонына: “Әсәйем ҡыяр тоҙларға өйрәткән видео ебәргән”, - тип көлөп ҡуйҙы. Уға башҡалар ҡушылып көлдө. Шул мәл Артур телефонына күҙ һалды. Уның әсәһе инде бер аҙна бер ни ебәрмәй. Статусында ла: “Был(а) в сети: 6 дней назад” тип яҙылған. Артур һискәнеп китте. Әсәһе бер аҙна тиерлек интернетҡа ла инмәгәнме ни?! Артур әсәһенә шылтыратты. Гудок бармай. Артур ҡабат шылтыратты, яуап биреүсе булманы. Тиҙ генә тороп кафенан сыҡты ла машинаһына ултырып ҡасабаға йүнәлде. Төн етеп килеүгә ҡарамаҫтан, юлда күрше инәйгә шылтыратты. - Инәй, минең әсәй күренмәнеме? - Уй, Артур, Вәлимә күптән күренмәй шул. Ике көн элек ишеген шаҡығайным, асманы, бер ҡайҙа киткәндер тинем. Артур тиҙлеген арттырҙы. Солан ишеген бер-ике ҡаҡты ла, асыусы булмағас, солан тәҙрәһен ватып, ҡулын эскә тығып, ишекте асты. Дөбөр-шатыр барып ингәндә https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2026-02-13/s-y-k-n-d-ya-mi-4577873