СТӘРЛЕТАМАҠТЫ БАРЫҺЫНА ЛА КҮРҺӘТКЕ КИЛӘ!
СТӘРЛЕТАМАҠТЫ БАРЫҺЫНА ЛА КҮРҺӘТКЕ КИЛӘ! Стәрлетамаҡ тураһында һүҙ барғанда, йышыраҡ уның сәнәғәт күләмен: заводтарҙы, етештереү ҡеүәттәрен иҫкә алалар. Ә бит туризмға ла бында урын бар. Ғәҙәти йорттар тарихы, ҡала маршрутында бәләкәй генә мажараларҙың тыуыуы, урындағы кешеләр менән ябай һөйләшеүҙә — ихлас ҡунаҡсыллыҡтың үҙе сағылып ҡала.Бөгөн беҙ Екатерина КИРИЛЛОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ— ул үҙенең командаһы менән бергә Стәрлетамаҡтың туристик образын ҡала легендаларынан, кешеләрҙең яҙмыштарынан, яңы технологияларҙан һәм ҡәҙерләп һаҡланған мираҫтан «йыя». Уның алымы ябай: ҡаланы ҡунаҡтар яратһын өсөн тәү сиратта уны ҡалала йәшәүселәр үҙҙәре яратырға тейеш. Нәҡ ошо үҙ ҡалаңды уңайлыраҡ итеү теләгенән туристар өсөн бөтөн бер йыйылма — VR-сәйәхәттән алып авторлыҡ музейҙарына тиклем — барлыҡҡа килде лә инде. https://ashkadar.com/articles/common_material/2026-10-14/st-rletama-ty-bary-yna-la-k-r-tke-kil-4844534