Өйҙә ултырған ҡатындың бер көнө (Миләүшә Ҡаһарманова)
Өйҙә ултырған ҡатындың бер көнө (Миләүшә Ҡаһарманова) Ошо тәңгәлдә әйтер теләгем шул: ҡатын-ҡыҙҙың был халәтен эргәһендәге ғаилә ағзалары аңғарһын, аңлаһын ине. Ул һеҙҙең өсөн шулай орсоҡ шикелле “зыр” өйөрөлә, көнө буйы... ғүмер буйы. Һәм ошо орсоҡтар тотош ғаиләләрҙе, ауылдарҙы, илдәрҙе, ерҙе әйләндерә. Сепаратты ҡороп, борорға ултырҙым. Сәғәт тирәһе ваҡыт шулай ултырҙым бәүелеп. Һөт айырып бөтөп барғанда ике малай уянып сыҡты ла, өҫтәлгә күҙ ташлап үтте. Өндәшмәһәләр ҙә, уларҙың ҡарашынан мин иртәнге тамаҡты һуңлатҡанымды аңланым. Аҙағын шыйығыраҡ итеп булһа ла ҡабаландырып бороп йомғаҡланым да, балаларға ашарға бешерергә тотондом. Манный бутҡаһы менән йомортҡаларҙы йомдороп ҡуйҙы ла балалар, сығып һәр кем үҙ вазифаһына тотондо. Береһе ҡуяндар үрсетә, шулары менән мәшәҡәтләнә, икенсеһе иртә менән балыҡҡа сапты. Мин сепаратымды һәм һауыт-һабамды йыуҙым, өс көйәнтә һыу алып килдем, ҡомалаҡ болғап икмәк эсетергә ҡуйҙым, боролған һөттө ҡайнатып алып, һыуытып, ойотҡо ҡойоп йылыға төрҙөм. Сәғәткә күҙ һалам, туғыҙ тулып үткән. Был ваҡытта бейәне икенсе тапҡыр һауырға кәрәк. Иртәнсәкке эште йәһәт кенә башҡарҙым һәм бер сүмес һөттө тағы ла көбөгә өҫтәп һалдым. Ҡымыҙҙы иһә ураған һайын, үткән-һүткәндә бешеп китәм. Ул арала икмәгем әсеп сыҡты. Ҡамыр баҫырға әҙерләнгәндә иртәнсәктән йыуынмағаным иҫемә төштө (!). Урамда торған умывальникта сайынып алдым да, ҡамыр баҫтым. Был эшкә тотонор алдынан маникюрҙарымды төбөнән ҡырҡып атырға тура килде. Сәғәткә күҙ һалһам ун ике тулып килә. Төшкө ашҡа ит һалдым. Ҡаҙан эргәһенән китеп булмай, тандырын самалап йөрөргә кәрәк. Бер өшә генә һалма йәйеп ҡырҡтым. Ашты һағалаған арала баҡса багына һыу һурҙырып та йөрөйөм. Шул баҡса менән аласыҡ араһында йөрөүҙә бер-ике түтәлде утап сыҡтым... https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-10-15/y-ultyr-an-atyndy-ber-k-n-mil-sh-a-armanova-4845256