Шағир Ирек Кинйәбулатов дуҫ ҡәләмдәштәрен үҙенең юбилей кисәһенә саҡыра. Сара үткән көн...
Шағир Ирек Кинйәбулатов дуҫ ҡәләмдәштәрен үҙенең юбилей кисәһенә саҡыра. Сара үткән көндөң иртәгәһенә бер ҡәләмдәше шылтырата уға: – Ирек, һин миңә үпкәләмә инде, бара алманым. Ғәфү ит! – Ярай, борсолма. Үҙем дә бара алманым шул... *** Бер шағирәгә йәш ҡыҙ килеп: – Апай, ошо ҡулъяҙмамды уҡып, кәңәштәр бирһәгеҙ ине, – ти. Шағирә битараф ҡиәфәттә ҡул һелтәй: – Үҙемдең шиғырҙарҙы уҡырға ваҡытым юҡ әле... *** Бер редакция бүлмәһендә ултырабыҙ. Оло ғына йәштәге бер ағай килеп инде. Бүлек мөдире тегеңә ишетелмәҫлек итеп бышылданы: – Йөрөйҙәр шунда эш ҡалдырып!.. Ағай мөдирҙең ҡаршыһына ултырҙы: – Бына, бер хикәйә яҙғайным, – тип ҡулъяҙмаһын һондо. Тегенеһе ҡағыҙҙарҙы алып, битараф ҡына күҙ йүгертте: – Ярай, ҡарарбыҙ, – тине. – Кем булаһығыҙ? Бында исемегеҙ яҙылмаған. – Фәлән Фәләнов мин. Эшҡыуар. Биш-алты магазиным тотам... – Ә-ә-ә... Ҡыҙыҡ!... Бик ҡыҙыҡ хикәйә бит был!.. Ҡарағыҙ әле, быны бит повесть йә роман итеп тә була!.. *** Редакцияның әҙәбиәт бүлеге. Үҙен йәш шағир тип һанаған егет бүлмәнән сығып китеүгә, өлкән йәштәрҙәге әҙип, башын сайҡап, һүҙ башлай. — Был халыҡ шағиры булыр ул, булыр. — Кит инде! — ти ҡәләмдәше уға. — Шиғырҙарының рәт-сиратын әйтәйем, йөрөй шунда буталып. Шундайҙар әҙәбиәттең бәҫен ебәрә лә инде. — Эй, ҡустым, эш шиғырҙамы ни бында! - https://tamasha-rb.ru/articles/satira-m-yumor/2024-10-13/ipt-r-ha-ynda-m-kt-r-3965722?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk