Һәр әҙәм балаһы өсөн әсәнән дә яғымлы, гүзәл, ҡәҙерле кеше бармы икән был донъяла? Әсә ...
Һәр әҙәм балаһы өсөн әсәнән дә яғымлы, гүзәл, ҡәҙерле кеше бармы икән был донъяла? Әсә - әҙәм балаһын донъяға килтереүсе лә, йөрәгенең бөтмәҫ йылыһын биреп, бағып үҫтереүсе лә, ауыр саҡта йән өрөүсе, ҡанат ҡуйыусы ла. Быуындан быуынға ата – бабалар рухын, ҡан хәтерен тапшырыусы ла әсә. Юҡҡа ғына:” Әсә - өйҙөң өрлөгө, донъя тотҡаһы,” - тимәгәндәр бит боронғолар. Мин һәр саҡ үҙемдең өләсәйҙәремә, инәйҙәремә, әсәйемә һоҡланып ҡарай торғайным. Уларҙың моңло йырҙарын, боронғо хәл – ваҡиғалар тураһында һөйләгәндәрен тыңларға яраттым. Ошоға тиклем атайҙар яғынан ғына төҙөлгән шәжәрәләрҙе күргәнем бар ине. Тамыр тамырға тарта, нәҫел нәҫелгә тарта тип, ейәнсәрем Гөлназ менән әсәйем яғынан өләсәйҙәрҙең шәжәрәһен төҙөп ҡараныҡ. Үҙебеҙ өсөн бик күп яңылыҡтар астыҡ, өләсәйҙәр тормошонан фәһемле һабаҡтар алдыҡ. Өләсәйҙәр бөтәһе лә донъяны яратҡан, ауыр саҡта бөгөлөп төшмәүсән, көслө рухлы, ғорур кешеләр булып күҙ алдына килеп баҫтылар. Инә ҡорт ғәйрәтле булһа, умарта көслө була, тиҙәр бит. Өләсәйҙәребеҙ, инәйҙәребеҙ, әсәләребеҙ көслө булғанға ла, күп ҡорбандар килтергән дәһшәтле һуғышты ла, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы ла еңеп сыҡҡан бит халҡыбыҙ. Өләсәйҙәрҙең донъяуи белемдәренең тәрән булыуы мине хайран ҡалдырҙы. Үләндәр менән дауалауҙы, халыҡ медицинаһын яҡшы белгәндәр бит улар. Хәҙерге заманда халыҡ ижады әҫәрҙәрен оҫта итеп башҡарыуҙа кемдәр улар менән тиңләшә алырҙар ине икән? Ошо көндәргә тиклем боронғо китаптарҙың булыуы, уларҙың һаҡлап тотолоуы өләсәйемдәрҙең ғилемгә ынтылыуҙары, китап яратыуҙары тураһында һөйләй. Өләсәйҙәр тураһында яҙырҙан алда шулай ҙа ата-бабаларыбыҙ тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп китеү урынлы булыр. Һүҙҙе тарихтан башлап ебәрәйек: https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-03-08/ya-myshtary-f-em-alyrly-3673913?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk