Йәнифәгә, эштә лә ал бирмәй, үҙешмәкәрлектә лә ихлас ҡатнашып йөрөй тип үҙ предприятиел...
Йәнифәгә, эштә лә ал бирмәй, үҙешмәкәрлектә лә ихлас ҡатнашып йөрөй тип үҙ предприятиеларының шифаханаһына юллама биргәйнеләр. Бүлмәгә концерттарҙа бергә ҡатнашып йөрөгән Фәнүрә тигән ҡатын менән бергә тура килделәр. Дөрөҫ, уныһы ҡайһы саҡ елбәҙәгерәк булыуы менән күңелен ҡайтарғылаһа ла, алсаҡлығы, бер ваҡытта ла кешегә ҡаты бәрелмәүе менән эс-бауырыңа инә белә инде. Әллә ни яҡын әхирәттәр булмаһа ла, нисәмә йылдар бер мөхиттә ҡайнап, бер аҙ сер уртаҡлашҡан саҡтары булғылай. Әлдә белгән кеше осраны тип икеһе лә һөйөнөштәләр. Барып төшкән көнө үк клубҡа инеп, мөдире менән танышып, иртәгеһенә үк ҡуйыласаҡ концерттың репетицияһында һөнәрҙәрен күрһәтеп тә өлгөрҙөләр; программаның төп өлөшөнә исемдәрен, мөдир әйтмешләй, “алтын хәрефтәр менән” теркәп тә ҡуйҙылар. Йәнифәнең әле яңы ғына ишетелә башлаған “Ярангөл” йырын башҡарыуы барыһына ла оҡшап төштө, репетиция һылтауы менән әллә нисә ҡабатлаттылар. Баянсыһы ла шәп – ҡулында һандуғас һайратамы ни! Ниңә үҙешмәкәрлектә әрәм булып йөрөй икән был Айҙар, филармонияға эшкә бармай, тип уйлап ҡуйҙы ҡатын. Концертҡа ял шарттарын тикшерергә килгән бер профком түрәһе лә һуғылғайны, бик йыр йәнле кеше икән, барыһынан да нығыраҡ шапылдатып ҡул сапты, кәүҙәһенә килешеп торған костюмлы йәш ҡатындан күҙен дә алманы. Йәш тип, ҡырҡта ине инде Йәнифә, әммә тешләһәң һуты сәсрәп китер алма кеүек тулышҡан, янып торған, етлеккән ҡатын матурлығы бөркөлөп торған сағы ине шул, утыҙҙан артыҡ бирерлек тә түгел үҙенә, етмәһә. Сығыштарҙан һуң мөдир уны ситкә генә саҡырып алды ла: - Хәҙер ана теге оло абзыйҙы оҙата барабыҙ, юлда туҡтағанда йырыңды йырларһың, моңоңдо бик оҡшатты, - тип бышылданы. Йәнифә бындай хәлгә тәүгегә юлыҡмай, шуға “моң тыңлау” ни менән тамамланыу ихтималын белеп бөткән инде. Етәксе кешене үпкәләтергә, мин-минлегенә тейергә ярамай – шуларға ҡалған көнөң дәһә! - әммә әмәлен табып үҙеңә лә һыуҙан ҡоро сығырға кәрәк. Ғәҙәттә бындай осраҡта ул иптәшкә берәй әхирәтен ала ла, янынан ебәрмәй тота. Бик булмаһа, һуңғы сиккә йәнә бер ысул ҡала – бала сағында уҡ ҡырҡып ташланылған “һуҡыр эсәк” өйәнәге башлана. Иң мөһиме, етәксе үҙе йәнәһе лә бер ниндәй ундай-бындай уй тотмаған тигән фекер тыуҙырып, осрашыуҙы йомғаҡлап ҡуйыу. Был юлы ла Йәнифә иптәшкә Фәнүрәне саҡырҙы. Машина янына бергә килеп баҫҡас, ни эшләһендәр, мөдир ҡашын төйһә лә, ҡыуып ебәрә алманы. Баянын күтәреп Айҙар ҙа килеп етте. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-21/r-hik-y-4850191