– Ялҡытты инде былай фатирҙан фатираға күсенеп йөрөү. Ней йәшәргә мөйөш, ней ғаилә юҡ. ...
– Ялҡытты инде былай фатирҙан фатираға күсенеп йөрөү. Ней йәшәргә мөйөш, ней ғаилә юҡ. – Сираттағыса йәшәр урын тапҡансы тип Рәлиәләрҙә ҡалдырып торған әйберҙәрен тышта көткән такси машинаһына ташый-ташый шулай һөйләнде Сания. – Ярай, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. – Эй-й-й, һиңә рәхәт тә ул. Иртәгә ҡайҙа йоҡлармын тип ҡайғырмайһың, эшкә ашыҡмайһың, – тиеүенә Рәлиә йылмайып ҡына ҡуйҙы. Йәнәһе лә: “Декретта ултырғанда үҙеңде күрербеҙ әле…” Бәләкәй бала илаған тауышҡа ҡапыл йоҡоһонан уянып китте Сания. Башта был тауыш күршеләрҙән сығалыр тип уйлап, бер тына шым ғына ятты. Әммә тауыштың бер нисә аҙым йыраҡлыҡта ғына урынлашҡан балалар карауатынан сығыуын белгәс, аптырап китте. Етмәһә, эргәһендә бер ир хырлап йоҡлап ятасы?! Янында ғына ултырған һөтлө шешәне теге балаға тотторғас, төш кенәлер тип уйлап, яңынан татлы йоҡоға талды. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-21/almashynyu-hik-y-r-zin-z-ynetdinova-4850211