Беҙҙе ҡырҡ тыйыу аҫтында үҫтерҙеләр. Бөгөн генә ул бөтә нәмә шарран-яран асыҡ - интерне...
Беҙҙе ҡырҡ тыйыу аҫтында үҫтерҙеләр. Бөгөн генә ул бөтә нәмә шарран-яран асыҡ - интернет селтәренә береһен-береһе уҙышып нимә ашағанын, эскәнен, кем менән ҡайҙа булғанын һалалар. Батшалар йәйәү йөрөй торған ер менән мунса ғына ҡалып бара, ҡалһа. Йәшерен, тигәндәй, өләсәйем беҙгә бөтә нәмәне кешегә һөйләп бармаҫҡа, күрһәтмәҫкә, хатта тәҙрәнән урамдан үтеп-сүткәнде ҡарамаҫҡа, күҙәтмәҫкә ҡушып тәрбиәләне. Гонаһ була, тине. Әсәйем уҫал булғас, беҙ уға үҙебеҙ сер сисмәнек. Ошаҡлашһаҡ, үҙебеҙҙе һыҙырҙы, юҡ-бар хәбәр менән башты ҡатырмағыҙ, тип ҡырт киҫте. Шуға беҙ эш боҙһаҡ та, урамда "хәл асыҡлағанда" танау ҡанатһаҡ та, хатта йәрәхәтләнһәк тә, унан барыһын да йәшерҙек. Туғыҙ бала өсөн туҡһанға ярылһа, йөрәге туҙып бөтөр, тыпылдап туҡһанына китеп ултырмаҫ ине. Эйе, йәшерендең үҙ хикмәте барҙыр. Ошо турала тағы бер нисә миҫал килтерәйем әле: https://tamasha-rb.ru/articles/obshchestvo/2022-10-20/y-sherende-hikm-te-2994860?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk