Ишкилденең ҡолағына шыбырҙаны. “Кит, кит”, - тигән булды Ишкилде, бер нәмә лә белмәгән ...
Ишкилденең ҡолағына шыбырҙаны. “Кит, кит”, - тигән булды Ишкилде, бер нәмә лә белмәгән кешеләй ҡыланып. Уның һайын ҡатыны, ышандырырға теләп, үҙ ҡолағы менән ишеткәнен, йә күршеләренең күргәндәрен бер тамсыһын да ҡалдырмай, һөйләне лә һөйләне. Ҡатынын оҙатып, ауыл күстәнәстәрен тәмләп-тәмләп ашап алғас, бик ҡәнәғәтләнеү тойғоһы менән карауатына ауҙы ла, ҡатыны һөйләгәндәрҙе күҙ алдынан үткәрҙе. “Минеке барып сыҡты, - тип тантана итте. – Шул кәрәк һиңә, күркә! Маҡтансыҡ! Хәҙер аяҡ баҫмаҫтай булғанһыңдыр инде Себереңә! Тик бына ҡатыны йәлке, ғәйебе юҡ бит бахырҡайҙың”, - тип Асияны йәлләп тә алды. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-21/k-ns-ll-k-b-l-e-4850985