... Беҙҙең ауылдан тағы егерме саҡрым алыҫлыҡта Мөхәмәт тигән ауыл бар. Төпкөл инде. Ун...
... Беҙҙең ауылдан тағы егерме саҡрым алыҫлыҡта Мөхәмәт тигән ауыл бар. Төпкөл инде. Унда йүнле юл да юҡ, машина-фәләне лә бик һирәк йөрөй. Ана шул төпкөлдән күптәр район үҙәгендәге гыпытыуҙа уҡый. Ял булһа, ҡайта алмай бер булалар. Беҙҙең ауылға тиклем әле килеп етәләр, ә теге яҡҡа бер нәмә лә юҡ. Торалар, бахырҙар, ике-өс бала юл буйында күшегешеп. Эңер төшә башлай. Уларҙың бында ҡуныр кешеһе лә юҡ. Бына мин шул балаларҙы үҙемә алып ҡайта инем. Тамаҡтарын туйҙырып, йоҡлатып сығарам. Ошо ғәҙәтемде балаларыма ла һеңдерҙем. Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-09-10/uryn-hik-y-aygiz-baym-h-m-tov-4806541