Иремде ерләгәндән һуң өсөнсө йылыналыр, төш күрәм. Ҡәйнәмдәрҙең артында ғына Һаҡмар аға...
Иремде ерләгәндән һуң өсөнсө йылыналыр, төш күрәм. Ҡәйнәмдәрҙең артында ғына Һаҡмар аға. Һыу буйынан, яр буйлап ирем килә икән,тим. Йөрәгем алҡымыма етеп, ҡаршы йүгерҙем. Эй ҡосаҡлайым, икән, тейем үҙен, эй һыйпайым, тотоп ҡарайым! Теп -тере! Йып-йылы ғына ирекәйемдең бөҙрә сәстәренең елгә елберләгәнен тиклем күрәм. ТЕРЕ! Йә аллаҮҙем һөйләнәм:"Уй, Ильшатым, ҡайһылай ҙа кеше яман! Һине үлгән тип һөйләп ҡотомдо алдылар бит! Бөтәһе лә шулай ти, бөтәһе лә! Нисек ышанырға һуң уларға бынан ары", - тип бытылдайым... https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-22/hatym-i-tol-atyn-4852213