"Өйләнеүеңә ҡаршы мин, улым..."
"Өйләнеүеңә ҡаршы мин, улым..." Йәйҙең йәмле бер кисендә улдары йөҙгә һылыу, ипле генә ҡыҙ менән ҡайтып төштө. – Таныш булығыҙ, был – Миләүшә. Күрше Шишмә ауылы ҡыҙы. Быйыл Башҡорт дәүләт университетын тамамланы. Беҙ өйләнешергә ҡарар иттек, – тине йөҙө ҡояштай балҡыған Айнур. Һөйләшеү-танышыу табында дауам итте. Итәғәтле, белемле килендәре булыуына бик шатландылар, ләкин көтөлмәгән бер хәбәр Шамилдың күңелен түңкәрҙе. Күрше ауылдан тиҫтере Ғәлиҙең ҡыҙы булыуын ишеткәс, йөҙөн ҡара болот ҡапланы. Тормошонан мәңгелеккә һыҙып ташлағайны Ғәлиҙе! Юҡ, ул әҙәм аҡтығы менән ғүмерҙә лә туғанлашмаясаҡ! Түҙмәйенсә, Шамил тын алырға тип, ихатаға сыҡты. Бынан бик күп йылдар элек булған күңел өшөткәс ваҡиға күҙ алдына килеп баҫты... Тулыраҡ беҙҙең сайтта: https://ashkadar.com/news/azabi/2026-10-22/yl-ne-e-arshy-min-ulym-4852418