Автобуста киләм. Ҡаршыма йәш, асыҡ сырайлы, 50 йәштәр самаһындағы ханым ултырҙы. Бөхтә ...
Автобуста киләм. Ҡаршыма йәш, асыҡ сырайлы, 50 йәштәр самаһындағы ханым ултырҙы. Бөхтә кейенгән. Әленән-әле үҙенә шылтыраталар. Балалары, буғай, тыныс ҡына яуап бирә. Аңламаһалар, төшөндөрә. Бер нисә туҡталыштан һуң бик сибәр, затлы тун кейгән ҡатын килеп инде лә янымдағы буш урынға ултырҙы. Бер аҙҙан: - Бәй, Розочка, һин икәнһең дә! – тип, ҡаршымдағы ханымға ҡарап ҡысҡырып ебәрҙе. - Танымай ҙа торам үҙеңде! Һау ғынамы? Ҡалай ҡартайып киткәнһең… - Һаумыһығыҙ, Миләүшә Сафиевна. Ә һеҙ бирешмәгәнһегеҙ. Күрәһең, йәш ҡалыу рецебын беләһегеҙ?.. Ҡатын был хуплауҙан көлөп ебәрҙе. - Представляешь, йыйын хәйерселәр йөрөгән автобусҡа ғүмер ултырмаҫмын тигәйнем, ҡай саҡ тура килә икән. Машинам боҙолдо. Ышҡылып бөтөр инде, тип бынау тунымды йәлләй-йәлләй генә ингән инем автобусҡа, кеше күп түгел икән. Хәҙер һәр береһендә машина шул, бында ни пенсионерҙар ҙа, аҡсаһыҙҙар ғына йөрөй. - Тун йәл булғас, такси саҡыртыр инең? Ҡатын һорауҙы ишетмәмешкә һалыштымы, тәтелдәп-тәтелдәне: - Яңы ғына Франциянан ҡайттым. Ундағы халыҡтың нисек йәшәүенә ҡарап һоҡланып, көнләшеп йөрөнөм. Вәт йәшәйҙәрҙек йәшәйҙәр, әйкәйем! Теге айҙа Грецияға барҙыҡ. Бынау тунды шунда алғайным. Күршем Рәхимәне беләһең бит, мине күргәс, фырт ҡына боролоп өйөнә инеп китте. Һаулыҡ һорашмай башланым. Шәп эшләнем. Исмаһам, ҡолағым тынысланыр, юғиһә, әйләнә лә ту бер нәмә, ту икенсе нәмә һорап керә, порядком надоела. Нишләп әле, мин әйтәм, йыйын хәйерсе менән аралашырға тейешмен. Ире өйҙә эсеп ята, ә был бисара көнө-төнө эш тип саба. Ғүмер буйы эшләй, ни йүнле кейеме юҡ, ни йүнле ашарына етмәй, бахыр. Шул да мине күрмәмешкә һалышһын әле, мөртәт. - Миләүшә, ул ҡатынға үҙе тере саҡта һәйкәл ҡуйырға кәрәк. Бар ҡатындар ҙа уға оҡшап уңған булһа, кеше хәлен аңламаған мөртәттәр ҙә әҙерәк булыр ине. Эскесе ир менән йәшәр өсөн дә ихтыяр көсөң булыуы кәрәк. Ғүмер буйы бергә йәшәгәс, хәҙер эсә тип кенә урамға ҡыуып сығараһыңмы? Урам берәҙәктәре былай ҙа етерлек. Ике-өс ерҙә эшләүен дә аңларға була. Ваҡытында уҡый алмағандыр. Хәҙер шул үҙе белгән эш менән тамаҡ туйҙыра икән, бик мәслихәт. Барыһы ла һинең кеүек баш экономист булып эшләй алмай шул.. – Ҡаршымдағы ҡатын уға ҡаршы төшә. - Һы, әйттең һүҙ. Уҡырға кәрәк ине. Бына мин уҡыным да, эшен дә таптым, аҡсаһын да көрәп алам. Үҙемдең башты ла интектермәйем, минең өсөн эшләп кенә бирәләр. Ирем дә - во! Аллаға шөкөр, типтереп йәшәйбеҙ. - Хәтереңдә булһа, мин мәктәпте алтын миҙалға тамамланым. Ә һине тартып-һуҙып уҡытып бөтөрттөләр. Икебеҙ ҙә бер үк вузды, бер үк факультетты һайланыҡ. Һин индең, ә мин миҙал менән ситтә тороп ҡалдым. Үҙ көсө менән юл ярған кешеләргә ауырыраҡ шул был тормошта. Күктә осаһың, Миләүшә, ергә төш, һауаланма. Әгәр танауыңды күрмәҫ хәлгә етһәң, Хоҙай Тәғәлә күрһәттерер. - Ҡайҙа ҡарама – демагогия. Һин дә кеше булып хәбәр һөйләп ултырған булаһың! Һиңәме инде миңә аҡыл өйрәтергә, тәүҙә минең кеүек йәшәп ҡара. Бутылкалар йыйыуыңдан саҡ сыҡтым тимәйһең… Йә Хоҙай! – тип төкөрөктәрен сәсә-сәсә туҡталышта төшөп ҡалды. Ирекһеҙҙән ошондай әңгәмәнең шаһиты булыуым минең кәйефте лә ярайһы уҡ төшөрҙө. Күрәм, Роза ла күҙ йәштәрен һөртөп-һөртөп ала. - Ғәфү итегеҙ инде, барыһын да ишетеп ултырғас, һеҙгә һүҙ ҡушмайса ла булдыра алмайым. Бер-берегеҙҙе яҡшы беләһегеҙ, буғай. Кем булды ул был бик дорфа һөйләшкән ҡатын? - https://tamasha-rb.ru/articles/obshchestvo/2024-02-28/k-k-k-k-k-k-ytse-mi-ibr-t-3661123?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk