Талҡаҫ ауылы кешеләренә был төндә таңға тиклем йоҡларға яҙмаған икән. Төнгө сәғәт икелә...
Талҡаҫ ауылы кешеләренә был төндә таңға тиклем йоҡларға яҙмаған икән. Төнгө сәғәт икеләр тирәһендә урамда шау-шыу ҡупты: «Янғын!”. Фәтҡулла ҡарттың өйө яна икән. Халыҡ апаруҡ йыйылып өлгөргән. Ҡайһыһы үрткә һыу ташып һибә, ҡыйыуыраҡтары өй эсенән ҡарттың барлы-юҡлы әйберен тышҡа ырғыта — зыҡ ҡубалар. Ут бирешергә уйламай ҙа, күнәкләп һипкән һыуҙы «фыж» тигән тауыш сығарып йота ла дөрләп яныуын белә. Ни ҡоҙоғо йыраҡ шул, ҡәһәрең!.. Һалам менән ябылған өй башын ут бөтөнләй ялмап алған, ул янып китһә,һүндерәм тимә инде. Ут ҡапҡан түбәгә күпме һыу һипһәң дә, үҙенән-үҙе, янып бөткәнсе, быҫҡып тик ята. Ярай әле еле юҡ. Ни өй хужаһы әллә ҡайҙа олаҡҡан! Кәсеп итеп йөрөйҙөр инде, моғайын. Бына бер үҫмер юрған менән ниндәйҙер тоҡсай ҡосаҡлап өй эсенән атылып килеп сыҡты ла ҡотҡарған әйберҙәрен аяҡ аҫтына бырғытып ебәрҙе. Шул ыңғайы ут яҡтыһынан яҡтырған ергә бойҙай һибелеп китте. Быны күреп ҡалған кешеләр, ығы-зығы килеүҙәренән ҡапыл туҡтаны, бөтәһе бер юлы «һы-ы!» тигән әллә аяныслы, әллә аптыраулы өн сығарҙы. — Ағай-эне! Зинһар һатмағыҙ! Харап итмәгеҙ! — тип, ауылдаштарына ҡулдарын һуҙып ялбарҙы, шул арала ҡайҙандыр килеп сыҡҡан Фәтҡулла ҡарт. Тик кешеләр уны ишетмәй, улар ялҡын яҡтыһында алтын бөртөктәре һымаҡ ымһындырып емелдәгән бойҙайға ҡарағандар ҙа ҡатҡандар. Бер трудоденгә етмеш грамм ашлыҡ алған колхозсылар шул ҡәҙәре ризыҡтан күҙҙәрен айырып ала алмайынса тик тора... Тынлыҡты колхоз рәйесе боҙҙо: — Өйгә бүтән инмәгеҙ, ишелеүе ихтимал. Нимә ҡатып ҡалдығыҙ, бызмырламағыҙ, һыу ташығыҙ! Ут күрше өйҙәргә күсмәһен, уяу булығыҙ!—тип бойорҙо ла, колхозсылар эшкә тотонғас, тоҡсайҙы эләктереп, идара яғына атланы. — Закир туғаным, харап итмә инде! — тип Фәтҡулла ҡарт уның артынан ялбарып ҡалды. «Районға хәбәр итмәһәм, үҙем харап буласаҡмын, — тип уйланы председатель, — ошо кешеләрҙе йыйып, күҙгә күҙ ҡарашып, был хәлде ситкә сығармаҫҡа ант итешһәк тә, сер һаҡланмаясаҡ. Киреһенсә, был турала иртәгә үк тегендә билдәле буласаҡ. Был осраҡта үҙемә балаларым менән хушлашырға тороп ҡала. Юҡ инде, халыҡҡа ышанырға мин алйот түгел. Ҡыҙыҡ, был бойҙайҙы нисек эләктергән икән? Бөгөн орлоҡҡа барғандарҙың барыһы ла ҡатнашмағанмы был уғрылыҡта. Һмм... Үҙем үлсәп алдым да инде, ауырлығы тура килә ине. Бер уйлаһаң, был ҡартҡа аптырарлыҡ та түгел, йылан аяғын киҫкән әҙәм. Эх, шуныһы йәл: алты кешене юғалтасаҡмын...» Ауыл халҡы янғын менән көрәшеүен дауам итте. Бер аҙҙан, гөрһөлдәп, түшәм ишелеп төштө. Таңға тиклем аҙапланһалар ҙа, өйҙө ҡотҡара алманылар: унан яртылаш янған дүрт стена ғына тороп ҡалды. Янған өйө янында ике ҡулы менән башын тотоп ултырған Фәтҡулла ҡартты төшкә ҡарай район үҙәгенә алып киттеләр. — Төрмәгә мин бер үҙем генә китмәйәсәкмен! — тип ҡысҡырған тиҙәр күргән кешеләр. Ысынлап та, шул көндө үк орлоҡҡа барған ирҙәрҙең барыһын да ҡулға алдылар... https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-21/yan-yn-hik-y-fl-r-limov-4850223