Ул көнгә тиклем сөннәтләнгән ағайҙарҙың ыштанһыҙ көйгә оҙон күлдәк кейеп, аяҡтарын кирә...
Ул көнгә тиклем сөннәтләнгән ағайҙарҙың ыштанһыҙ көйгә оҙон күлдәк кейеп, аяҡтарын кирә баҫып, ауыл урамында төлкән-төлкән атлап йөрөгәнен күреп, үҙҙәрен "баба-баба" тип үсекләп, көлә торғайныҡ. Әммә, көлә килә, артынан һөрә килә, тигәндәй, бер көн килеп, сират беҙгә лә етте. Йәй башының матур бер көнөндә "Ауылға баба килгән", тигән һүҙ таралғас, беҙҙең, 4-5 йәш араһындағы тиҫтерҙәрҙең, йөрәге жыу итеп ҡалды. Йылғырыраҡ, зирәгерәк малайҙар ауыл янындағы урманға ҡасып өлгөрҙө. Улар баба өйҙән-өйгә йөрөп, үҙ эшен бөтөргәндән һуң ғына, кисләтеп кенә өйҙәренә ҡайта алды. Ҡайһылары йыл һайын ауылға килгән бабанан ҡаса торғас, бөтөнләй сөннәтһеҙ тороп ҡалды. Бер нисә йылдан сөннәтсе бабаның үлеп ҡалыуы хаҡында ишеттек һәм беҙҙән һуң донъяға килгән бер нисә быуын малайҙары сөннәтһеҙ ҡалды, уның ни икәнен дә белмәй үҫте. Ә беҙ эләктек. Һаман да иҫемдә. Баба тигән кешенең беҙҙең өйгә килеп ингәне, мине сәсемдән һыйпағаны, "Көҙ көнө улыма ҡуян ат, һырлы сана алып киләм, егеп йөрөрһөң", - тип әйткәне. Бигерәк хикмәтле, серле, әкиәттәгесә тылсымлы ине шул бабаның "ҡуян ат, һырлы сана", тигәне. Уның "ҡуян ат" тигәнен аңланым да кеүек, ә бына "һырлы сана" тигәне нисегерәк икән? - https://tamasha-rb.ru/articles/obshchestvo/2023-02-17/uyan-at-yrly-sana-3147393?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk