Кис ҡайтып, өйөмдө йыйыштырҙым да, Хәйҙәрҙе көтә башланым. Ҡайтыр, хәстрүш, ҡайҙа барһ...
Кис ҡайтып, өйөмдө йыйыштырҙым да, Хәйҙәрҙе көтә башланым. Ҡайтыр, хәстрүш, ҡайҙа барһын ул? Минән башҡа кемгә кәрәге бар? Тик ул ҡайтманы. Бер, ике көн, бер аҙна, бер ай үтте. Һуңынан ҡайтып, әйберҙәрен йыйҙы ла, хушлашып сығып китте. Мин өндәшмәнем. Асыуы баҫылғас, әйләнеп ҡайтырына ныҡлы ышана инем. Үҙемә лә артыҡ ныҡ ышандым. Йәнәһе, минән дә сибәр, уңған һәм яҡшыраҡтар ер йөҙөндә юҡ!Ирем шул китеүҙән ҡайтманы. Ғәфү итә алманы ул. Итерлек тә булмағандыр, ғүмер буйы бүтән ҡатындарҙан көнләп йонсоттом. Урамдағы бағана янында баҫып торһа, шул да миңә ҡатын булып күренде. Ирем менән иҫәнләшеп, һөйләшеп киткәндәрҙең барыһы ла минең өсөн фәхишә ине. Сибәр иргә барҙым да, бәпкәһен ҡыҙғанған ҡаҙҙай, ыҫылдап тик йөрөнөм. Үҙемә тоғро икәнен белһәм дә, бүтәнгә китеп ҡуймаһын тип шулай ҡыландым. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-23/k-ns-ll-g-m-harap-itte-4852905