Салауаттағы предприятиеға БПЛА һөжүме буйынса оператив штаб ултырышы үтте — 14 июля 2026 г. в 18:03:26.858
Салауаттағы предприятиеға БПЛА һөжүме буйынса оператив штаб ултырышы үтте Салауат ҡалаһының нефть-химия предприятиеһына йүнәлтелгән БПЛА һөжүме иң күләмлеһе. Был турала оператив штаб ултырышында Радий Хәбиров белдерҙе. Пилотһыҙ осоу аппараттарының яртыһынан күбеһе бәреп төшөрөлгән. Уларҙың ҡалдыҡтары сәнәғәт комплексы биләмәһенә төшкән. Төп объекттар зыян күрмәгән. Ресурс менән тәьмин итеү эстакадалары һәм электр селтәрҙәре генә эшлектән сыҡҡан. Янғын тиҙ арала һүндерелгән. Республика башлығы әйтеүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттарының күбеһе радиоэлектрон көрәш саралары менән сафтан сығарылған. Ҡолап төшкән бпла ҡалдыҡтарын эҙләү дауам итә. Радий Хәбиров пилотһыҙ осоу аппараттарын тапҡан осраҡта 112 һандарына ҡотҡарыусыларға шылтыратырға өндәне.

