Ғиззәтуллиндар Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы — 14 июля 2026 г. в 10:55:02.397
Ғиззәтуллиндар Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы Бөрөнән Ғиззәтуллиндар Бөтә Рәсәй ғаиләләр конкурсының һайлап алыу этабы, тиҫтәләгән конкурс һынауҙарын үтеп, төп приз-5 миллион һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. «Рәсәй-мөмкинлектәр иле» президент платформаһы ойошторған «Беҙҙең ғаиләлә тап шулай» бәйгеһендә эрудиция, спорт ҡаҙаныштары һәм ғаилә ағзаларының үҙ-ара эш итеүе баһаланған. Ғиззәтуллиндарҙан был конкурста ғаилә башлығы Альберт, уның тормош иптәше Анна, улдары Мирон, ҡыҙҙар Есения һәм Аннаның әсәһе-Ирина Черных ҡатнашҡан.

