Радий Хәбиров Октябрьскийҙың 80 йыллығына арналған байрам сараһында ҡатнашты — 5 сентября 2026 г. в 19:05:00.459
Радий Хәбиров Октябрьскийҙың 80 йыллығына арналған байрам сараһында ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Октябрьскийҙың 80 йыллығына арналған байрам сараһында ҡатнашты. Тәүҙә нефтселәрҙең эшсе ҡасабаһы булып ойошторолоп, унан һуң ҡала статусы алған биләмә бөгөн дә үҫешеүен дауам итә. Социаль объекттар төҙөлә, инвестициялар йәлеп ителә. Төбәк етәксеһе эш сәфәре барышында яңы ижтимағи-мәҙәни үҙәк асыуҙа ҡатнашты, шулай уҡ дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырылған проект-бассейн төҙөлөшөн ҡараны.

