Әбйәлилдә тәүге тапҡыр «Ҡәләмтуй» әҙәби-ижади форумы үтте — 5 сентября 2026 г. в 03:45:01.182
Әбйәлилдә тәүге тапҡыр «Ҡәләмтуй» әҙәби-ижади форумы үтте Әҙәбиәт һөйөүселәр Әбйәлилдә ҡор йыйҙы. Төбәктә беренсе тапҡыр «Ҡәләмтуй» тип исемләнгән ижади байрам үтте. Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы һәм урындағы хакимиәт башланғысында уҙғарылған сарала республиканың төрлө быуын әҙиптәре, журналистар, блогерҙар ҡатнашты. Мәҙәни-әҙәби форум хәҙерге әҙәбиәт һорауҙары, заман темалары тураһында фекер алышыуҙы, һәләтле балаларҙы үҫтереүгә һәм башлап яҙыусыларға булышлыҡ итеүҙе маҡсат ҡуйҙы.

