Башҡортостанда яңы инвестиция проекттарына 4,5 миллиард һум йәлеп ителәсәк — 4 сентября 2026 г. в 10:00:02.710
Башҡортостанда яңы инвестиция проекттарына 4,5 миллиард һум йәлеп ителәсәк «Инвестиция сәғәте» уҙғарыла башлағандан бирле 800 проект ҡаралып 1 триллион 600 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән. Йөҙ меңдән ашыу кеше эш урындары менән тәьмин ителгән. Был турала сираттағы инвестиция комитеты ултырышында Хөкүмәт Премьер-министры белдерҙе. Был проекттар республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итә, тине Андрей Назаров.

