Башҡортостанда туған телдәрҙе уҡытыуҙы камиллаштырыу буйынса яңы бурыстар билдәләнде — 9 сентября 2026 г. в 18:15:01.545
Башҡортостанда туған телдәрҙе уҡытыуҙы камиллаштырыу буйынса яңы бурыстар билдәләнде Туған телдәрҙе уҡытыу системаһын камиллаштырыу, педагогтарға өҫтәмә социаль ярҙам саралары. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың йәш туған тел уҡытыусылары, тәрбиәселәр һәм студенттар менән осрашыуында һүҙ мәғариф учреждениеларында туған телдә белем биреү менән бәйле проблемалар, һуңғы йылдарҙағы ыңғай үҙгәрештәр, заман технологияларын үҙләштереү тураһында барҙы. Сара яңы быуын белем биреү системаһының сағылышы булған Өфө вуз-ара кампусында үтте.

