Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһенең яңы үҫеш бурыстары билдәләнде — 9 сентября 2026 г. в 18:03:02.302
Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһенең яңы үҫеш бурыстары билдәләнде Барыһы ла еңеү өсөн. Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың сираттағы ултырышында махсус хәрби операция геройҙары тураһында тарихты мәңгеләштереп киләһе быуындарға еткереү бурысы ҡуйылды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн төрлө күргәҙмәләр ойоштороуҙа музейҙар менән эште көсәйтеү ҙә мөһим. Шулай уҡ тыныс тормошҡа ҡайтҡан яугирҙар социомәҙәни реабилитацияға ла мохтаж.

