Радий Хәбиров Башҡортостан башлығын дискредитациялауға йүнәлтелгән мәғлүмәттәрҙе иңҡар ... — 28 сентября 2026 г. в 19:05:01.195
Радий Хәбиров Башҡортостан башлығын дискредитациялауға йүнәлтелгән мәғлүмәттәрҙе иңҡар итте Ҡайһы бер интернет сығанаҡтарҙа билдәһеҙ кешеләр исеменән «Башкиравтодор» компанияһынан Радий Хәбировтың сит илдә йәшәүсе туғандары иҫәбенә 263 миллион һум аҡса күсерелгән тигән имеш-мимештәр барлыҡҡа килде. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы был хәбәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен иҫбатланы. Дәлилгә ул һалым хеҙмәте, банктар һәм Рәсәй финанстарҙы күҙәтеү идаралығынан алынған документтарҙы килтерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, был ялған мәғлүмәт Башҡортостан башлығының абруйын ҡаҡшатыуға нигеҙләнгән.