Республикала йылытыу миҙгеле 1 октябрҙән башлана — 28 сентября 2026 г. в 18:50:01.257
Республикала йылытыу миҙгеле 1 октябрҙән башлана Ләкин һәр муниципалитет торбаларға йылы биреү мәлен үҙе хәл итергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта халыҡ өшөргә лә тейеш түгел, тине Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә. Бөгөн ултырышта республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығының ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге, шулай уҡ инвестиция климаты, бизнес -шерифтар эшмәкәрлеге лә тикшерелде.
142 просмотров